Хәүефһеҙлек
2 Апрель 2021, 17:00

Дүртөйлө – Нефтекама юлы ниңә ябылды?

Был йүнәлеш буйынса хәрәкәт иткән водителдәргә әлеге участканы икенсе юлдан урап үтергә тура киләсәк.

Бөгөн 18.00 сәғәттә Дүртөйлө – Нефтекама юлының икенсе саҡрымында бензин ташыған йөк автомобиле юлдың ситенә ауған. Уның 31 йәшлек водителе һүҙҙәренсә, машинаның уң яҡ тәгәрмәсе шартлаған. “КамАЗ” АИ-92 маркалы 26 кубометр бензин алып китеп барған.
Республика ЮХХДИ идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юл-транспорт хәл ваҡиғаһында береһе лә зыян күрмәгән. Цистерна ҡапҡасы асылып китеп, яғыулыҡтың бер өлөшө аҡҡан. Ул янып китмәһен өсөн, ҡотҡарыусылар тейешле саралар күргән.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре яғыулыҡты резерв бензовозға һурҙырып тултырыу өсөн юлдың был участкаһын яба. Унан ҡолаған йөк автомобилен дә сығарасаҡтар.
Был йүнәлеш буйынса хәрәкәт иткән автомобилдәргә әлеге участканы биш саҡрым оҙонлоҡтағы урау юлдан үтергә тура киләсәк.
Фото: @mchsrb Телеграм каналынан.
Читайте нас