Хәүефһеҙлек
2 Апрель 2021, 09:19

Нисек ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға?

Янғын башланған саҡта мөлкәт, аҡса, документтар тураһында уйларға кәрәкмәй.

Башҡортостанда быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындар буйынса кире тенденция күҙәтелә. Дөйөм янғындар һаны кәмеһә лә, уларҙа һәләк булған кешеләр артҡан. Көн һайын тиерлек республиканың теге йәки был районында, ҡалаһында бер нисә кешенең янып һәләк булыуы тураһында ишетергә тура килә. Ә иң аяныслыһы, тотош ғаиләләр, бәләкәй балалар уттың ҡорбанына әйләнә.



Янғын сыға ҡалһа...


Башҡортостанда был проблема менән властар етди шөғөлләнә. Һуңғы осорҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та уға ҡушылды һәм эште иң юғары кимәлдә ойошторорға ҡушты. Барлыҡ ауыл һәм ҡалаларҙа иҫкәртеү эштәре алып барыла, имен бул­маған ғаиләләр даими иғтибар үҙә­гендә. Төрлө катего­рияға ҡараған кешеләр өсөн янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулай­ламалар бушлай тапшырыла. Әйткәндәй, был ҡулайламаның һөҙөмтәле булыуы дәлилләнде, уның ярҙамында йыл һайын йөҙәрләгән ғүмер һаҡланып ҡала.
Янғын башлыса нимәнән килеп сыға? Төп сәбәп – ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Күптәр өйҙәрендә тәмәке тартып, төпсөгөн һүндермәй ташлай. Ғәҙәттә, иҫерек кешеләр шулай итә. Унан һуң электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы һәм уларҙан файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу, мейесте дөрөҫ ҡулланмау, балаларҙың шырпы йәки зажигалка менән уйнауы ла ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә.
Һуңғы айҙарҙа ҡалаларҙа күп фатирлы йорттарҙа янғындар артты. Март башында ғына Өфөнөң Ферин урамында янғын сығып, өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Был кешеләр янғын сыҡҡан фатирҙан ике ҡатҡа юғарыраҡ йәшәгән. Ә былтыр йыл аҙағында Екатеринбург ҡалаһында булған ҡурҡыныс янғын бар Рәсәй халҡын тетрәндерҙе. Унда янғын аҫҡы ҡаттарҙа сыҡһа ла, өҫтә йәшәгән ете кеше тонсоғоп үлгән. Шуға күрә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре янғын була ҡалһа, үҙеңде нисек тоторға кәңәштәр бирҙе. Улар был юлы ҡалалағы күп фатирлы йорттарға ҡағыла.


Һәр кемдең йортонда булырға тейеш


Һүҙ ҙә юҡ, янғын һүндереүселәр тиҙ килеп етә. Айырыуса ҙур ҡала­ларҙа. Әммә ут та бик мәкерле. Дө­рө­ҫөрәге, кешеләр күп осраҡта төтөндән тонсоғоп үлә. Ә бының өсөн бер нисә минут та етә. Шуға күрә һәр кемдең өйөндә яҡланыу саралары булырға тейеш. Һүҙ тәү сиратта янғын һүндергес, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама тураһында бара. Ҡулайлама, саҡ ҡына төтөндө лә “һиҙеп” ҡалып, әсе тауышы менән иҫкәртә, янғын һүндергес булһа, уның ярҙамында шунда уҡ ҙур булмаған ут усағын һүндерергә мөмкин. Ҡотҡарыусы­ларҙың яратҡан һүҙе бар: теләһә ниндәй янғынды ла һүндерер өсөн бер стакан һыу етә. Әммә уның ярҙамында утты һүндереү өсөн ялҡынды ваҡытында күреп ҡалыу шарт.
Әлеге ваҡытта янғындан ҡото­лоуҙың замансараҡ саралары ла бихисап. Уларҙы үҙҡотҡарғыс тип атайҙар. Күптәрҙең уның нимә икәнен белмәүе ихтимал. Янғын башланғас, уны асаһың да, башыңа капюшон кеүек кейәһең. Был үҙҡотҡарғыс төтөнлө ерҙән сыҡҡан саҡта саф һауа һулап, тын алыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, үҙҡотҡарғыстың тағы бер төрө бар. Ул канатты теләһә ниндәй батареяға эләктереп, тәҙрә аша сығырға мөмкин.


Балаларығыҙҙы өйрәтеп ҡуйығыҙ!


Янғындарҙа балаларҙың һәләк булыуы – бигерәк аяныслы хәл. Улар бындай мәлдә нимә эшләргә белмәй йәки бөтөнләй бикле була һәм өйҙән сыға алмай. Бәләкәстәр шырпы менән уйнарға ярата, шуға күрә уны бер ҡасан да күренгән урында ҡалдырмағыҙ. Ғөмүмән, балалар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында даими һөйләшергә кәрәк. Бында ата-әсәләр, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар бергә эш итергә тейеш. Тыйылған емеш татлы, тиҙәр. Баланы ҡоро тыйыу ғына етмәй. Уға был ҡылығының эҙемтәләрен аңлатырға кәрәк.
Фажиғә булмаһын өсөн, тәү сиратта шырпы һәм зажигалка тотмаһын, тип өйрәтегеҙ. Электр йылытҡыстарынан да балалар файҙаланмаҫҡа тейеш. Балала­рығыҙ бәләкәй икән, бер ниндәй шартта ла уларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Айырыуса мейес янып, электр приборҙары эшләп торған саҡта.
Балаларға насар өлгө күр­һәтмәгеҙ – улар алдында тәмәке тартмағыҙ, төпсөктәрен ҡайҙа етте шунда ташламағыҙ, ҡараңғы урынды яҡтыртыу өсөн ҡағыҙ яндыр­мағыҙ. Шырпыны балаларҙың буйы етмәҫ урында һаҡлағыҙ. Өйҙә насар эшләгән йәки үҙегеҙ ҡулланған электр приборҙарын тотмағыҙ.
Бәләкәстәр янғында ни өсөн йыш үлә? Сөнки улар ҡурҡыныс хәлдә үҙҙәрен нисек тоторға белмәй. Инстинкт уға йәшенергә ҡуша, сабый карауат, өҫтәл аҫтына инеп ҡаса, шуға күрә мотлаҡ рәүештә үҙен тоторға өйрәтегеҙ, эвакуация юлдарын күрһәтегеҙ. Төтөн еҫен һиҙеү менән 101 йәки 112 телефонына шылтыратырға ҡушығыҙ һәм быны нисек эшләргә икәнлеген аңлатығыҙ.
Имен булайыҡ!
Читайте нас