Хәүефһеҙлек
2 Апрель 2021, 09:21

Шулай итеп, өйөгөҙ яна башланы. Нимә эшләргә?

Шәхси йортта:l Ғауғаға бирелмәҫкә!

Шәхси йортта:


l Ғауғаға бирелмәҫкә!
l Иң мөһим ҡағиҙә – ваҡы­тында эвакуацияланыу. Өйҙәге һәр кемдең тәүге маҡсаты ошо булырға тейеш.
l Өйҙә балалар бар икән, өл­кәндәр тәү сиратта уларҙы тышҡа алып сығырға тейеш. Заманса өйҙәрҙә ағыулы материал бик күп. Уларҙың парҙарын бер-ике тап­ҡыр һулауҙан иҫеңде юғалтыуың ихтимал, айырыуса балалар өсөн хәүефле. Бәләкәстәр, бындай осраҡта ҡурҡып, йәшенеүҙәре лә ихтимал, шуға күрә тәү сиратта балаларҙы ҡотҡарығыҙ, хәүефһеҙ урынға сығып еткәнсе ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Тышҡа сығыу менән 101 йәки 112 телефонына шылтыратып, янғын тураһында хәбәр итегеҙ.
l Әгәр саҡ башланып торған утты һүндерә алырығыҙҙы аңлай­һығыҙ икән, ҡул аҫтындағы саралар менән (янғын һүндергес, ҡалын туҡыма, һыу йәки сәскә көршәгендәге тупраҡты ҡулланып булһа ла) быны эшләгеҙ. Тик ялҡын көсәйә икән, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына бер үк ҡуймағыҙ.


Күп фатирлы йорттарҙа:


n Ғауғаға бирелмәгеҙ!
n Әгәр янғын һеҙҙең фатирҙа түгел һәм һеҙ ныҡ итеп төтөн­ләнгән подъездан ваҡытында тышҡа сығып өлгөрмәгәнһегеҙ икән, фатирҙа ҡалығыҙ. Төтөнлө подъезға сыҡмағыҙ. Тышҡы ишекте тотоп ҡарағыҙ, әгәр ул эҫе икән, сығыу айырыуса хәүефле буласаҡ. Тиҙ арала 101 йәки 112 телефонына шылтыратығыҙ. Ярҙам кәрәк икәнен әйтегеҙ, ҡатығыҙҙы, фатирҙың һанын һәм ниндәй бүлмәлә булғанығыҙҙы аныҡ итеп хәбәр итегеҙ. Янғын һүндереү­селәр килеп еткәнсе балконға сығып тороу иң яҡшы ҡарар буласаҡ. Тик быны тиҙ эшләргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта йылы кейем йә юрған фәлән алырға онот­мағыҙ. Ишекте ныҡ итеп ябығыҙ. Ярҙам кәрәклеге тураһында ҡысҡырығыҙ һәм үҙегеҙҙең ҡайҙа икәнлегегеҙҙе әйтегеҙ.
n Балкон булмаһа, ялҡын һәм төтөндән ваҡытлыса ябыҡ ишек һаҡлай аласаҡ. Ишекте ябығыҙ, үҙегеҙ менән һыу запасы булһын. Бөтә сепрәк-сапраҡты һыулағыҙ ҙа улар менән ишектең тишек­тәрен ҡаплағыҙ.
n Хәлдәр хөртәйеп китеү осрағына үҙегеҙ өсөн дә дымлы сепрәк ҡалдырырға онотмағыҙ. Битегеҙҙе һыулы сепрәк менән ҡаплағыҙ һәм уның аша тын алығыҙ.
n Тышҡы ишектәге бикте асыҡ ҡалдырығыҙ. Янғын һүндереү­селәр уны емереүгә ваҡыт әрәм итмәһен.
n Әгәр бүлмәгә төтөн тулһа, иҙәнгә ятып, шыуышып йөрөгөҙ – аҫта тын алыуы еңелерәк (иҙән янында кислород күберәк һәм температура ла түбәнерәк). Иҙәндән 15-20 сантиметр юғарыраҡ ба­шығыҙҙы күтәрмәҫкә тырышығыҙ.
n Тын етмәй башлаһа һәм хәлегеҙ ауыр булһа, ипләп кенә тәҙрәне елләтеү режимына асы­ғыҙ. Уны тулыһынса асырға ярамай, был саҡта төтөн торбаһы эффекты килеп сығасаҡ, һәм фатирға төтөн туласаҡ.
n Бина эсендә саҡта төп бурысығыҙ – тыштағылар өсөн күренеп тороу. (Төндә фонарь йәки телефон яҡтыртығыҙ, көндөҙ сағыу сепрәк элеп ҡуйырға була һәм янғын часы диспетчеры менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә булығыҙ).
n Янғын һүндереүселәрҙе көтөгөҙ, уларҙың килеп етеү өсөн иҫәп ваҡыты бар.


Бейек ҡатлы йортта:


u Ғауғаға бирелмәгәҙ!
u Бейек йорттарҙа йәшәгән йәки эшләгән кешеләр өсөн янғын ваҡытында хәүеф арта, сөнки бында эвакуация процесы ауыр һәм утҡа ҡаршы көрәш тә еңел бирелмәй.
u Ҡәтғи рәүештә лифттан файҙаланыу тыйыла. Лифт шах­таһы “вытяжка” кеүек эшләйәсәк. Шулай уҡ уның ҡапыл туҡтауы ла бар. Бындай осраҡта бөтөнләй бикле ҡаласаҡһығыҙ.
u Бейек ҡатлы йорттарҙа, ғәҙәттә, янғын автоматикаһы була (төтөндө юҡҡа сығарыу, автомат янғын сигнализацияһы) шулай уҡ баҫҡыстар араһында төтөнләнмәй торған майҙансыҡтар булырға тейеш. Әгәр унда ваҡытында сығып өлгөрһәгеҙ, ҡотолоуға ышаныс бермә-бар арта.

u Әгәр фатирҙа тороп ҡалһағыҙ, үҙегеҙҙе күп фатирлы йорттарҙағы кеүек тоторға кәрәк (үрҙә).
Күренеүенсә, бар кәңәштәр ҙә “ғауғаға бирелмәгеҙ” тип башлана. Эйе, ғүмерегеҙгә хәүеф янаған саҡта тыныс ҡалыу еңел түгел. Кеше нимә эшләргә белмәгән­лектән ҡурҡып ығы-зығыға бирелә, шуға күрә ҡотҡарыусылар ошо ябай кәңәштәрҙе хәтерҙә тоторға һәм хәүефле осраҡта айыҡ аҡыл менән эш итергә ҡуша.
Янғын башланған саҡта мөлкәт, аҡса, документтар тураһында уйларға кәрәкмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйберҙәрҙе ҡотҡарырға тырышып, ҡиммәтле ваҡытты әрәм итеп һәләк булған осраҡтар байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр янған йорттан сыҡҡан хәлдә лә, берәй нәмәһен ҡотҡарам тип кире инергә атлыға. Быларҙы эшләү ҡәтғи тыйыла. Был мәлдә ғүмерҙән дә ҡиммәтлерәк ғәмәл юҡ.
Читайте нас