Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республика халҡына медицина хеҙмәткәренең күрһәтмәһе буйынса ковидҡа ҡаршы вакцина яһатырға кәңәш ителә. Эш биреүселәргә медицина учреждениелары менән берлектә хеҙмәткәрҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим ителә.
65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 14 апрелгә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140530.html