Аяныслы хәл Йылайыр районында булған. Йөк тейәгән фура водителе Ҡашҡар ауылы янындағы күперҙе үткән саҡта транспортҡа идара итә алмай, юлдан ситкә ауа.
Һөҙөмтәлә йөк машинаһының водителе һәм пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре ала. Зыян күргәндәрҙе Сибай ҡалаһы дауаханаһына оҙаталар, икеһенең дә хәле бик ауыр.
Машинаға линолеум тейәлгән булған, әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре өйрәнелә.
Фото: "Ауыл уттары" гәзите сайты.