Хәүефһеҙлек
3 Апрель 2021, 11:30

Ниңә юлда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күп?

Төп маҡсат - эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе һәм башҡа тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡлау.

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, юлда ЮХХДИ инспекторҙары күп тора. Эйе, һәр аҙна аҙағында Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы инспекторҙары көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар уҙғара, масштаблы иҫкәртеү сараларын даими үткәрә.
Был республика юлдарында хәүефте кәметеү маҡсатында күрелгән сара, сөнки автомобилдәргә бәйле төрлө ваҡиғалар булып ҡына тора. Бигерәк тә ял көндәрендә хәүеф арта.
Әйтергә кәрәк, профилактик рейдтарға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күпләп йәлеп ителә. Төп маҡсат - эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе һәм башҡа тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡлау. Һеҙҙең күптәрегеҙ дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең юғары иғтибарын аңлап ҡабул итә, бының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарылғанын баһалай.
Ошондай көсәйтелгән саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар кәмемәй. Мәҫәлән, йоманан шәмбегә ҡарай ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән килеш рулгә ултырған 62 водителде тотҡан, шулай уҡ профилактик саралар барышында 3100 юл хәрәкәте ҡағиҙәләре боҙоу осрағы теркәлгән. Уйланырға урын бар...
Барығыҙға ла уңышлы юлдар һәм яҡшы көн теләйбеҙ!
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.
Читайте нас