Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2021, 17:00

Автобус тәгәрмәсе аҫтында ҡалған

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 11-ҙә йәйәүле ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт һәләкәте теркәлгән.

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 11-ҙә йәйәүле ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт һәләкәте теркәлгән.
Республика буйынса ЮХХДИ мәғлүмәтенән күренеүенсә, 40 йәшлек "НефАЗ" маршрут автобусы водителе, автобус Ҡулса урамынан Ульяновтар урамына йәшел төҫтәге светофорға боролған ваҡытта, юлдан сығып барған кешене тапатҡан.
Һөҙөмтәлә йәйәүле алған йәрәхәттәренән шул урында уҡ вафат булған. Ирҙең кем икәнлеге асыҡланыу өҫтөндә. Фажиғә урынында хоҡуҡ һаҡсылары эшләй.
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.
Читайте нас