Яҙ етеү менән ташҡын проблемаһы көнүҙәккә әйләнә. Был тема аҙна һайын кәңәшмәлә тикшерелә, әҙерлек эштәре алып барыла. Был юлы ла Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ташҡын буйынса ҙур һөйләшеү булды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдереүенсә, быйыл 11 мең самаһы йортҡа батыу хәүефе янай.
– Күҙаллауҙар буйынса, ташҡын ваҡытында 41 муниципаль берәмектә һыу баҫыуы ихтимал. Был 230-ға тиклем ауылдар, 11 меңдән ашыу тораҡ йорт һәм 30 меңдән ашыу кеше. Был мөмкин булған иң ҙур күрһәткес, – тине ул. – Дөйөм алғанда, беҙ ташҡынға ла, янғын хәүефе миҙгеленә лә, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә лә әҙер.
Хәлде 85 оператив төркөм мониторинглай, 43-ө уларҙың ведомствоһы һәм 42-һе хакимиәттәрҙә булдырған төркөмдәр.
Әйткәндәй, 112 Системаһына йорттар һәм ихаталар бата башлауы тураһында 423 хәбәр килгән. Уларҙың 365-е дөрөҫ булып сыҡҡан.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса идаралыҡ начальнигы Вилора Горохольская быйылғы яҙға күҙаллауҙар тураһында һөйләне.
– Ағиҙел йылғаһы бассейны тупрағы 62-70 сантиметрға туңған, был 5-20 сантиметрға уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Ҡар япмаһы бейеклеге 42-80 сантиметр, уртасанан 5-50 процентҡа күберәк. Йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы 30-67 сантиметр, был уртаса күрһәткестәргә яҡын, – тине ул.
Дөйөм алғанда республикала йылғалар боҙҙан әрселеүгә әҙер. Яҡын арала республиканың көнбайышында бәләкәй һәм дала йылғаларында боҙ китә башлар тип көтөлә. Ҙур йылғаларҙа ла боҙ ҡарая башлаған, тимәк унда ла күп ҡалмаған.
– Ағиҙелдең өҫкө ағымы 13-19 апрелдә, урта ағымы 7-13 апрелдә һәм түбәнге ағымы 13-19 апрелдә асылыр тип көтөлә. Ҡариҙелдең өҫкө ағымы 13-19 апрелдә, түбәнгеһе 5-11 апрелдә тип көтәбеҙ, – тине ул.
Шулай уҡ белгестәр быйыл һыуҙың максималь кимәле норманан артмаҫҡа тейеш тип иҫәпләй, шуға күрә етди һыу батыу булмаҫҡа тейеш.