Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2021, 05:00

Өфөлә йәнә ҡурҡыныс янғын...

Был юлы ла ул ҡорбандарһыҙ үтмәне.

Әле йылдың тәүге өс ай ғына үтеп китте, ә янғындар һәм ундағы ҡорбандар һаны ҡурҡыныс. Быйыл 1610 янғын булып, уларҙа 84 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың дүртәүһе балалар. 63 кеше иһә төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ял көндәрендә Благовар районындағы ҡурҡыныс янғында йәш ҡатын менән уның бәләкәй улы һәләк булғайны, кисә Өфөлә йәнә ҡорбанлы янғын теркәлде.
4 апрелдә кискә ҡарай баш ҡаланың Дим биҫтәһендә Мусоргский урамындағы йортта янғын сыға. Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр юллана. Белгестәр тиҙ арала утты еңеүгә өлгәшә. Унда бер бүлмәле фатирҙың яныуы асыҡлана, йорт мөлкәте зыян күрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ҡорбанһыҙ үтмәй, 1965 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында тәүтикшереүсе менән тәфтиш-оператив төркөм эшләгән.
Кешеләр үлеменә килтергән янғындарҙың сәбәптәре үҙгәрешһеҙ: ут менән һаҡһыҙ мөнәсәбәт, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу. Янғын сыға ҡалһа, 101 йәки 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас