Хәүефһеҙлек
6 Апрель 2021, 17:00

“Ҙур һыу” көтөләме?

Яҙғы “сюрприздар”ға һәр кем әҙер булырға тейеш.

Республикала иң көслө ташҡын 1979 йылда күҙәтелгән. Ул саҡта Ағиҙел йылғаһы 10 метр самаһы күтәрелеп, бер нисә ауыл һәм ҡасаба һыу аҫтында ҡала. Һуңғы осорҙағы көслө һыу баҫыуҙарҙы барлаһаҡ, 2007 йылдағы хәлде билдәләргә була. Ул ваҡытта Ейәнсура, Иглин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ҙур зыян күрҙе. 2008–2013 йылдар аҙ һыулы булды, ә 2014 йылдан яуын-төшөм кимәленең артыуы сәбәпле, һыу кимәле күтәрелеүе күҙәтелде. Былтыр яуын-төшөм норманан түбәнерәк булды, һыу баҫыу хәүефе янаманы.



Быйылғы миҙгел нимә вәғәҙә итә?


Ҡыш дауамында яуған ҡар, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, һауа температураһы һәм башҡа шарттар ташҡын кимәленә йоғонто яһай. Тупраҡтың туңыуы – ул ҡыш ер ҡатламында нуль һәм унан да түбәнерәк температура һөҙөмтәһе. Уның тәрәнлеге һыуҙың тупраҡҡа һеңеүенә тәьҫир итә, йәғни ер ни тиклем нығыраҡ туңһа, ирегән ҡар һыуҙары йылға-күлдәргә шул сама күберәк ағып төшә.


Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса Баш­ҡортостан идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белдереүенсә, быйыл республикала етди ташҡын көтөлмәй.


Эксперттар мәғлүмәте буйынса, уҙған көҙ көслө ямғырҙар булманы, шуға күрә Ағиҙел йылғаһында дымлылыҡ нормаға ярашлы. Шул уҡ ваҡытта уның ҡышҡы бассейны уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 20-50 процентҡа юғарыраҡ. Йылға төбөндә тупраҡтың туңыу тәрәнлеге 65 сантиметр тәшкил итә, был күрһәткес тә норманан 5-15 сантиметрға күберәк. Ағиҙелдә һәм Павловка һыу һаҡлағысында боҙ ҡалынлығы нормаға тап килә.

Февраль-март айҙарында ҡарҙың күп яуыуы республика халҡын бор­соуға һала. Әммә Дим йылғаһында һыу запасы ҡар ҡатламында норманан 15 процентҡа ғына юғары, ә Беүә йылғаһында хатта норманан 30 процентҡа түбән, тип белдерә синоптиктар. Ағиҙел өҫтөндәге ҡар ҡатламы күп йыллыҡ күрһәткестәргә тура килә.


– Ташҡын ваҡытында һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа йәки 50 сантиметрға түбән булыуы көтөлә. Йылғаларҙың 8-13 апрелдә асылыуы көтөлә. Барыһы ла яҙҙың нисек килеренән тора, әгәр кинәт иретһә, һыуҙың ағышына йыйылған боҙ кәртә булып, ауыл һәм ҡасабаларҙы һыу баҫыуы ихтимал, – тип сығыш яһаны Вилора Горохольская Башҡортостан Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә.


Ғәҙәттә, тәүлек әйләнәһендәге уртаса температура нуль билдә­һендә йәки унан юғарыраҡ булһа, ныҡлап иретә башлай. Был март аҙаҡтарында була.


Башгидрометүҙәктең күҙал­лауҙары авиация ярҙамында ҡар­ҙың ҡалынлығын билдәләгән гамма-съемка күрһәткестәренә таянып эшләнәсәк һәм ҙур һыу осороноң нисек үтерен ярайһы уҡ аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Был алым һуңғы йылдарҙа ҡулланылып, юғары һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Эштәр географияһы ла киңәйҙе: элек Ағиҙел йылғаһы бассейны ғына тикшерелһә, 2017 йылдан Урал йылғаһы бассейнында ла гамма-съемка яһала башланы.


Республикала ҡар ҡатламындағы һыу запасын билдәләү быға тиклем Башгидромет үҙәк станцияларында ҡулдан үлсәү юлы менән башҡа­рыла, әммә был ысул менән бөтә урындарҙы ла тикшереү мөмкин түгел, бигерәк тә ҡар ҡатламы тәрән булған таулы-урманлы төбәктәр ситтә ятып ҡала. Авиация ярҙамында яһалған гамма-съемка яҙғы ташҡын башланғанға тиклем үк ҡар ҡатламын­дағы һыу ҡалын­лығын аныҡ билдә­ләргә ярҙам итә.


Һыу баҫыу ҡурҡынысы кемдәргә янай?


Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, быйыл ҡар ҡатламында һыу запасы нормаға ярашлы булһа ла, йылғаларҙың “сюрприз” яһауы ихтимал. Әгәр ҙә кинәт йылытһа, ер ирегән ҡарҙы тиҙ һеңдереп өлгөрмәйәсәк, шул сәбәпле һыу кимәленең ныҡ күтәрелеүе бар.


Ташҡын үтә көслө булған осраҡта, республиканың 257 ауыл һәм ҡасаба биләмәһенә һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Унда 80 меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур хәүеф, әлбиттә, йылғаларға, һыу һаҡ­ла­ғыстарға яҡын уйһыу ерҙәрҙә урын­лашҡан ауыл-ҡалаларға янай. Әммә бығаса бер ҡасан да ташмаған бәләкәй йылғаларҙың да ярҙарынан сығыуы мөмкин, шуға күрә һәр ҡайһыбыҙға уяу булыу зарур.


Һуңғы биш йылды алып ҡараһаҡ, Белорет һәм Йәрмәкәй райондарын, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыубаҫар төбәктәр тип әйтергә була. Хәүеф төркөмөнә ингән биләмәләрҙең тулы исемлеге республика Хөкүмәтенең “Гидрологик һәм гидродинамик күренештәр һәм процестар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған биләмәләр реестрын раҫлау тураһында” ҡарарында бирелгән. Реестр йыл һайын үҙгәреп тора.


Һыуҙың яҡын булыуы – ташҡын ҡурҡынысы өсөн төп сәбәп, әммә башҡа хәүеф шарттары ла етерлек. Мәҫәлән, йылғаларҙағы тығын, һыу канауҙарының төҙөк булмауы хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Шуға күрә йәй, көҙ миҙгелдрендә һыу ятҡылыҡтарының төбөн, йылға үҙәндәрен таҙарталар, ярҙарҙы нығыталар, һыу үткәргес ҡорол­ма­ларҙы тикшерәләр. Ташҡын алдынан быуаларҙағы һыуҙы ағыҙалар.

Шәхси секторҙа йәшәгән кешеләргә йорт янындағы һыу канауҙарын боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартып ҡуйыу зарур.


Әҙерлек ниндәй кимәлдә?


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәт­тәренә ярашлы, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының республика территориаль ярҙамсы системаһы яҙғы ташҡын мәленә тулыһынса әҙер. Улар иҫәбенә профессиональ ҡотҡарыусылар, штаттан тыш авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәрҙең авария-тергеҙеү бүлектәре инә.


Ташҡын торошон йыһандан, һауанан һәм ерҙән күҙәтәсәктәр. Республика биләмәһендә һыу баҫыу янаған урындарҙы даими контролдә тотоу өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыла. Йылғаларҙа урынлаштырылған гидропостар ҙа тәүлек әйләнәһенә дүрт тапҡыр уларҙың торошо хаҡында мәғлүмәт бирә.


Хәүефте кәметеү маҡсатында ҡотҡарыусылар ҡайһы бер район­дарҙа Ағиҙел йылғаһының боҙон бысыу менән шөғөлләнә, күмер һибеп, боҙ китеүен тиҙләтеү эштәре лә башҡарыла. Тығындар барлыҡҡа килһә, шартлатыусыларҙы йәлеп итәсәктәр, ошо маҡсатта етерлек шартлатҡыс матдә әҙерләнгән.


– Әлегә 250 биләмәнең һыу аҫтында ҡалыуы бар, уларҙа 80 мең кеше йәшәй. Биш иҡтисад объектының һәм социаль әһәмиәткә эйә бер объекттың ташҡындан зыян күреүе ихтимал. Әле был исемлеккә ингән биләмәләрҙә һәм объекттарҙа әҙерлек эштәре алып барыла. Ҡотҡарыусылар төркөмөѳ төҙөлгән, унда 20 мең тирәһе хеҙмәткәр инә, шулай уҡ биш мең берәмек техника һәм йөҙөү ҡорамалы әҙерләнгән. Зыян күреүселәрҙе урынлаштырыу өсөн ваҡытлыса ҡабул итеү пункт­тары хәстәрләнгән.


Боҙ тығындары барлыҡҡа килеү осрағына шартлатыу командалары булдырылған. Республикала ошондай 33 урын иҫәпләнә: Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Саҡ­мағош һәм Шишмә райондарында, шулай уҡ Октябрьский, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалала­рында, – тип хәбәр итәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлы­ғының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.


Март аҙағында 63494-се хәрби часть хеҙмәткәрҙәре Өршәк йылғаһының Һабыр, Петряев, Первомайский һәм Бикәй ауылдары янындағы урындарында шартлатыу эштәре башҡарҙы.


– Был саралар яҙғы ташҡын мәлен имен үткәреп ебәреү өсөн эшләнә. Быйыл боҙ шартлатыу эштәрен башҡарыуҙы һорап, тағы алты муниципаль район ғариза тапшырған, – тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙ­мәтенән.


Шулай уҡ Инйәр, Еҙем (Архангел һәм Ғафури райондары), Ағиҙел (Бөрйән районы), Сәрмә­сән (Саҡмағош), Оло Инйәр (Белорет) һәм Ҡариҙел (Ҡариҙел районы) йылғаларында боҙ шартлатыу эштәре башҡа­рыласаҡ.


БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ведомство гидротехник сараларҙың ташҡынға әҙерлеген тикшереү буйынса күнекмәләр уҙғара, йылғаларҙың ярҙарын нығытыу, үҙәндәрен таҙартыу эштәрен алып бара, гидротехник ҡоролмаларға капиталь ремонт яһай.


Нисек хәбәр ителәсәк?


Ташҡын булған осраҡта смс-хә­бәр, телевидение, радио һәм башҡа саралар аша мәғлүмәт еткерәсәктәр, шулай уҡ сиреналар ҡулланыласаҡ. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа реклама экрандары, плазмалы панелдәр ярҙамға киләсәк. Янғын, “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәте автомобилдәренә ҡуйылған тауыш көсәйткестәр ҙә ҡулланыласаҡ. Шәхси секторҙарҙа өй һайын йөрөп, “Иғтибар! Ташҡын!” тигән иҫкәрт­мәләр таратыласаҡ.


Ташҡын хаҡында ҡыңғырауҙар ярҙамында ла хәбәр итәсәктәр. Ошо хаҡта Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был яңылыҡ смс-хәбәр, сирена кеүек ғәҙәти мәғлүм саралары бөтә халыҡҡа ла барып етә алмаған урындар өсөн көнүҙәк һәм мәғлүмәт еткереү даирәһен бермә-бер арттырасаҡ.


Шәхси мөлкәт зыян күрһә...


Нисек кенә булмаһын, ташҡын­дың шәхси мөлкәткә зыян килтереү ихтималлығы ҙур. Юғалтыуҙан һаҡ­ланыуҙың берҙән-бер ысулы – страховкалау. “Башҡортостанстат” мәғ­лүмәттәренә ярашлы, республи­калағы торлаҡтың яртыһы ауыл биләмәләренә, йәғни шәхси йорттар иҫәбенә тура килә. Страховка компаниялары белдереүенсә, уларҙың дүрттән бер өлөшө генә страховкаланған.


Төп сәбәп икәү. Беренсеһе – битарафлыҡ, ул күптәргә хас сифат. Тәбиғәт ҡазалары, янғындар һөҙөмтәһендә торлаҡҡа, мөлкәткә килтерелгән зыянды күпселек граждандар “дәүләт ҡапларға тейеш” тип һанай. Икенсе сәбәп – бәлә мине урап үтер тип өмөтләнеү.


“Алдан хәстәрлек күрәбеҙ”


Белорет районының Ғәбдүк ауылы йәмле Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Унда йыл һайын тиерлек йылғаға яҡын урынлашҡан өйҙәрҙе һыу баҫа. Бигерәк тә 2013 йыл хәүефле булды. Боҙ тығылыу сәбәпле, Инйәр ярҙарынан сығып, 45 йортто һыу баҫты.


– Ауылдаштарым ташҡынға өйрәнеп тә бөткән инде, улар тәбиғәттең барлыҡ һынауҙарына ла әҙер, тиһәң дә була. Алдан резина итектәр һатып алып ҡуябыҙ, йорт йыһаздарын сарҙаҡҡа мендерәбеҙ, кейем-һалымды, документтарҙы барлайбыҙ. Һәр кемдә тигәндәй кәмә бар. Ғәҙәттә, һыу апрель башында таша торғайны, быйыл да шулай буласаҡ, тип фаразлай метеорологтар.


Һыу бик тиҙ, күҙ алдында күтә­релә. Бер сәғәт эсендә юлдар, урамдар һыу эсендә ҡала, шуға күрә алдан хәстәрлек күрергә, ихатаны ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартырға, һыу ағыҙып алып китмәһен өсөн, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе йыйырға, канауҙар йырырға кәрәк, – ти ошо ауылдың старостаһы Линур Ғәлиәкбәров. – Барыһы ла биҙрәләр, көрәктәр әҙерләй, ҡайһы берәүҙәрҙә электр насостары ла бар. Һыу күтәрелә башлау менән мал-тыуарҙы тауға ҡыуабыҙ, хәүефһеҙ, тура юлдарҙы белеп бөткәнбеҙ. Быйыл ҡар күп, ҡыш һыуыҡ булды, шуға күрә ер ҙә ныҡ туң. Йорт-мөлкәтебеҙ өсөн борсолабыҙ. Ауылда кеше страховка хеҙмәтенә мәрәжәғәт итеп бармай, кемдеңдер аҡсаһы юҡ, кемдер кәрәкле эш тип һанамай. Һәр яҙ һайын ҙур һыу ҙур зыян кил­термәһен, тигән теләктә йәшәйбеҙ инде, – ти яҙғы “сюрприздар” шаһиты.


Ташҡынға тиклем нимәләр эшләргә?


3 Йәшәгән урынығыҙҙы яҡшылап өйрәнегеҙ: ҡайһы ерҙәр уйһыуыраҡ, ҡайһылары ҡалҡыуыраҡ, һыу баҫмаясаҡ юлдарҙы барлағыҙ. Хәүеф янаған осраҡта, эвакуация планын күҙаллағыҙ.


3 Алдан уҡ ауырлы ҡатындарҙы, балаларҙы һәм оло йәштәгеләрҙе ташҡын хәүефе янамаған төбәктә йәшәгән туғандарығыҙға ебәрегеҙ.


3 Бөтә эре һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе сарҙаҡҡа һәм башҡа хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ. Затлы йыһазды, һауыт-һабаны иҙәндән бер метр самаһы өҫкәрәк күтәреп ҡуйығыҙ.


3 Мал-тыуарҙы ҡурҡыныс янамаған урынға ҡыуығыҙ.


3 Баҙҙан барлыҡ аҙыҡ-түлек запасын сығарығыҙ. Ихаталағы һыу ағыҙып алып китерҙәй әйберҙәрҙе йыйығыҙ.


3 Ҡул аҫтында төҙөк тороштағы йөҙөү сараһы (кәмә, һал) булһын.


3 Ҡиммәтле, тәүге осорҙа кәрәкле әйберҙәрҙе, документтарҙы айырым сумкаға тултырығыҙ.


3 “Тревога сумаҙаны” йыйығыҙ, полиэтилен ҡапсыҡтарға өс көнгә етерлек аҙыҡ-түлек, йылы кейем, гигиена саралары һалып ҡуйығыҙ.


3 Кәрәкле дарыуҙар, шәмдәр, запас батарейкалары булған фонарь әҙерләгеҙ.


3 Ҡыйыҡ башына йәки сарҙаҡҡа менгән баҫҡыстың торошон тикшерегеҙ.


3 Йәшәгән урындан ҡотҡарыу сараһына (кәмәгә, һалға) күсеү ысулын алдан уйлағыҙ.


3 Әгәр һеҙ йәшәгән йорт ташҡын иғлан ителгән биләмәгә инһә, иң тәүҙә газ, һыу, электр утын һүндерегеҙ, мейестә ут янып ҡалмаһын. Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ныҡлап ябығыҙ, мөмкинлек булһа, беренсе ҡаттағыларын таҡта йәки фанер менән көпләгеҙ.


3 Әгәр эвакуация иғлан ителһә, үҙегеҙ менән йылы, уңайлы кейем, түшәк кәрәк-ярағы, дарыуҙар, документтар, аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе алығыҙ. Уларҙың барыһы ла һыу үтмәҫлек итеп пакетҡа һалынған булырға тейеш. Күршеләрегеҙгә хәбәр итеп, һыу баҫҡан урындан китегеҙ йәки өҫкө ҡатҡа күтәрелегеҙ. Янығыҙҙа бәләгә тарыған, үҙаллы хәрәкәт итә алмаған кешеләр булһа, уларға беренсе ярҙам күрһәтегеҙ, ҡотолорға булышығыҙ.


Ташҡындан һуң нимәләр эшләргә?


Һыу ҡайтҡас:

3 Өҙөлгән, һәленеп торған электр сымдарынан һаҡ булығыҙ.

3 Һыу тейгән аҙыҡ-түлекте ҡулланмағыҙ.

3 Санитар тикшереү үткәрмәйенсә, эсәр һыуҙы тотонмағыҙ.


Торлаҡҡа ингәс:

3 Тәҙрә һәм ишектәрҙе асып, өйөгөҙҙө елләтегеҙ.

3 Йортто ныҡлап елләтмәйенсә утты ҡулланмағыҙ.

3 Электр сымдарын тикшермәйенсә электр утын һәм приборҙарҙы тоҡандырмағыҙ.


Зыян күреүселәр ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала?


Ташҡын осоронда республиканың ташҡын хәүефе янаған райондарында оператив төркөмдәр эшләйәсәк.

3 Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл урынына кисекмәҫтән килеп етергә һәм һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған кешеләрҙе эвакуацияларға тейеш.


3 Әгәр бәләгә тарыған кеше өйөнән сарҙаҡҡа күтәрелә алмаһа, махсус ҡайыштар, арҡандар ҡулланыла, юлды ҡаплаған емереклектәр таҙартыла.


3 Кәрәк булһа, шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтелә.


3 Һыу баҫҡан урындағы халыҡты махсус техника менән ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарына илтәләр, улар мәҙәниәт йорттарында, ятаҡтарҙа, мәктәптәрҙә, шифаханаларҙа урынлаша.


3 Урындағы хакимиәт халыҡты йоҡлау өсөн урын, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш. Был эштәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия етәкселек итә. Ул күпме урын, ниндәй әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар кәрәклеге тураһында заявка әҙерләй.


Иван ЛАВРЕНОВ, Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе:

– Райондың һыу ятҡылыҡтарында боҙҙоң ҡалынлығы, ҡарҙа һыу запастары норманан аҙ ғына артығыраҡ. Беҙ иң насар вариантты ла күҙ уңында тотоп, ташҡын осрағына тулыһынса әҙербеҙ.


Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл Белорет ҡалаһында һәм райо­нында 21 ауыл ташҡын хәүефе янаған биләмәләр исемлегенә индерелгән. Ағиҙел һәм Инйәр йылғаларында ташҡын көслө булған осраҡта, 1374 кешенең һәм 504 бинаның зыян күреүе ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелгән осраҡта, ваҡытлыса ҡабул иткән 66 пункт эшләйәсәк. “Роспотребнадзор” лабораторияһы һыу, тупраҡ, аҙыҡ-түлекте тикшереү өсөн тулыһынса әҙер. Бөтә ауыл һәм ҡалалар, гидропостар менән телефон элемтәһе булдырылған, халыҡҡа инструктаж үткәрелгән. Район биләмәһендәге йылғаларҙың үҙәнен таҙартыу, боҙ бысыу, күмер һибеү эштәре башҡарыла. “Пугачев карьеры” йәмғиәте менән шартлатыу эштәре буйынса килешеү төҙөлгән. Районда биш гидротехник ҡоролма бар, уларҙа ла планға ярашлы әҙерлек эштәре киң йәйелдерелгән.


Алмас РӘХМӘТУЛЛИН, Учалы районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары, ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе:

– Яҙ быйыл ваҡытында киләсәк тигән фараз бар. Районда иң хәүефле участка – Наурыҙ ауылы эргәһендәге Кәлтәй йылғаһы. Шулай уҡ Яңы Байрамғол ауылы янындағы Миндәк йылғаһында тығындар барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Ошо сәбәпле һыу кимәле күтәрелеп, 95 кеше йәшәгән 42 йортҡа бәлә килеүе ихтимал. Илтабан һыу һаҡлағысы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының технологик һыу һаҡлағысы ла хәүефле объекттарҙан һанала.


Хакимиәт башлығы ҡарарына ярашлы, ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлгән һәм саралар планы раҫланған. Авария-ҡотҡарыу посы ойошторолған, уға күнекмә үткән ҡотҡарыусылар инә. Уҙған аҙнала 70 ҡотҡарыусы күнекмә үтте, 30 берәмек техниканың торошо тикшерелде. Кәмә, водолаз ҡорамалдары, автомобилдәр һәм башҡа ҡорамал әҙерләнгән. Урындарҙа халыҡҡа инструктаж үткәрелгән.


Илһам ШАКИРОВ, Бөрйән районы хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты баш белгесе:

– БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Байназар, Ҡурғашлы, Нәби, Иҫке Монасип, Тимер, Ишдәүләт, Әбделмәмбәт, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ғәлиәкбәр, Мораҙым ауылдары һәм район үҙәге Иҫке Собханғол ташҡын хәүефе янаған биләмәләр исемлегенә индерелгән. Ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта 3400 кеше йәшәгән 1200 торлаҡ йорт зыян күреүе ихтимал. Район биләмәһендә гидротехник ҡоролмалар юҡ.


Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы метеорологик станцияһы хеҙмәткәрҙәренең тикшереү-күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса, быйыл ташҡындың көслө булыуы ихтимал. Ҡышҡы осорҙа яуған ҡар 141,7 мм, йәғни уртаса алғанда, һуңғы биш йылда 33,1 миллиметрға күп. Шулай уҡ һуңғы биш йыл эсендә ерҙең 80 сантиметрға тиклем туңыуы быйыл һәм 2018 йылда ғына күҙәтелде. 12 мартҡа ҡарҙың дымлылыҡ запасы норманан бер ярым тапҡырға артыҡ күрһәтте.


Яуымбай, Байназар, Тимер, Иҫке Собханғол ауылдарында ла ҡар тәрәнлеге һәм дымлылыҡ тикшерелде. Ҡарҙың уртаса тәрәнлеге Байназарҙа 55 сантиметр булһа, Иҫке Собханғолдоң асыҡ урындарында 112 сантиметрға тиклем. Шулай итеп, 2020/2021 йыл аномаль һыуыҡтары, яуын-төшөмгә бай булыуы, ҡарҙың тәрәнлеге менән айырыла. Ҡарҙағы дымлылыҡ норманан 1,5 тапҡырға артыҡ. Ҡапыл иретһә, йылғаларҙағы һыу кимәленең күтәрелеү ихтималлығы бар. Ер туң булғас, һыу ергә һеңмәйәсәк.


Кинәт иреткән осраҡта, йылғаларҙа һыу боҙ өҫтөнән китеп, ҡайһы бер биләмәләрҙе һыу баҫыуы бар. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡаршы торорға тулыһынса әҙербеҙ. Муниципаль район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлгән, саралар планы раҫланған. Сходтарҙа һәм өй беренсә йөрөп халыҡ менән аңлатыу эштәре башҡарылған, ташҡын хаҡында хәбәр итеү саралары тикшерелгән. Һыу баҫыу ихтималлығы юғары булған һәр урамға автотранспорт техникаһы беркетелгән. Йылғаларҙың ярҙарын нығытыу өсөн эре таштар һәм ҡырсынташ әҙерләнгән. Ташҡынға ҡаршы сараларға 150-200 кеше, 60-70 берәмек техника, өс моторлы һәм 10 ағас һәм резина кәмә йәлеп ителәсәк, тип күҙаллана. Хәүефле урындарҙа боҙ бысыу, күмер һибеү эштәре башҡарыла.
Читайте нас