Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһының Калинин районында ҡар һыуҙарына ҡаршы көрәш дауам итә. Мәҫәлән, Йылҡыбай тораҡ пунктындағы Алһыу Рауза урамында ҡар һыуҙары түбән урында урынлашҡан йорт биләмәһен, ә Карпов ауылында Барбарис урамын баҫҡан.
Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәттәре эшләй. Йылҡыбайҙағы һыу ҡамауында ҡалған йортта ике оло кеше йәшәй, улар эвакуациянан баш тартҡан. Уларҙың аҙыҡ-түлек һаҡламы, һыуы, электр уты һәм телефон элемтәһе бар. Әлегә өйгә һыу инмәгән. Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы көсө менән 1500 кубометр һыу һурҙырылған. Һөҙөмтәлә участкала һыу кимәле 20 сантиметрға төшкән, уны ситкә йүнәлтеү эше алып барыла.
Карпов ауылында юлдан һыу һурып алынған, хәҙер йөрөргә мөмкин. Әммә ҡалған һыуҙы һурыу буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өс янғын-насос станцияһы һәм автомобиле һәм һигеҙ хеҙмәткәре эшләй. Әле 1700 кубометр һыу һурҙырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ташҡынға бәйле йәки башҡа хәүеф килеп тыуғанда, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн 112 телефонына шылтыратығыҙ. Һыу баҫҡан биләмәләрҙәге хәл күҙәтеү аҫтында.