"ПАЗ" пассажир ташыу автобусы һәм тағы ике автомобиль ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Унда 15 йәшлек ҡыҙ зыян күргән.
Өфөлә өс транспорт ҡатнашлығындағы аварияла үҫмер ҡазаланған, тип хәбәр итәләр ҡала буйынса ЮХХДИ-нан. Юл-транспорт ваҡиғаһы Комаров урамында теркәлгән. 272-се маршруттағы "ПАЗ" автобусы (рулдә - 35 йәшлек водитель) юл ыңғайына барған "ГАЗель" йөк машинаһына бәрелә. Уныһы ҡаҡлығып, өсөнсөһөнә - SsangYong Kyron автомобиленә һуғыла.
Аварияла 15 йәшлек пассажир зыян күргән. Хәл-ваҡиға буйынса тикшереү башланған.
Фото: Өфө буйынса дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте.