Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2021, 07:00

Таксистар, ипле булығыҙ!

Улар яһаған авариялар һаны артҡандан-арта. Шуға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты.

Таксиҙа йөрөү хәүефһеҙ тип уйлап, йыш ҡына тормошобоҙҙо профессионалдар ҡулына тапшырабыҙ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер водитель таныҡлығы булған һәр кеше таксист булып китә ала.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала еңел такси ҡатнашлығында 20 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Быйылғы йылдың тәүге кварталы эсендә генә уларҙың һаны 15-кә еткән. Ә бит алда тағы туғыҙ ай бар...
Ысынлап та, таксистар ҡатнашлығында ҙур авариялар булып ҡына тора. Былтыр хатта ошондай иҫерек водителдәр балаларҙың ғүмерен өҙҙө. Быйыл да ҡурҡыныс осраҡтар теркәлә. Мәҫәлән, яңыраҡ Өфөлә иҫерек "Hyundai" машинаһы таксисы авария яһаған. Уның һөҙөмтәһендә "Mitsubishi"ҙа ултырған 11 йәшлек бала йәрәхәтләнгән. Ә таксист медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан.
Тағы бер иҫерек таксист ойошторған авария шулай уҡ Өфөлә булды. Был осраҡта “Лада Гранта” менән “Калина” бәрелеште. Һөҙөмтәлә таксиҙың 21 йәшлек пассажиры һәм икенсе машинанан 17 һәм туғыҙ йәшлек пассажирҙар йәрәхәттәр алды.
Бөгөн һәр теләгән кеше таксист була ала, тинек. Улар йыш ҡына транспорт сараһының торошо, үҙенең йөрөтөү стажы һәм һаулығы хәленә иғтибар ҙа итмәй. Быларҙың барыһы ла ғүмергә һәм сәләмәтлеккә тура хәүеф менән янай. Һис шикһеҙ, такси водителенең профессиональ кимәле һәм пассажирҙар ташыуҙы нисек ойоштороуына иғтибар ҙурыраҡ бүленергә тейеш.
Әлеге ваҡытта республикала юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн профилактик рейдтар үткәрелә. Йыл башынан алып баш ҡалала ғына Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре таксистар яһаған 300 самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын кисектергән. Был һәр осраҡта уларҙың эшмәкәрлеге пассажирҙар һәм юлда хәрәкәт иткән башҡаларҙың хәүефһеҙлегенә янаған.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас