Хәүефһеҙлек
8 Апрель 2021, 07:00

Күршеһе янғындан алып сыҡҡан

Табиптарҙың әйтеүенсә, малайҙарҙың хәле ауыр...

Бөрө ҡалаһының Ленин урамындағы йорттарҙың береһендә бөгөн иртән янғын сыҡҡан. Ул ике ҡатлы ағас йорттоң бер фатирында башлана. Янғын һүндереү хеҙмәттәре килеп еткәндә йорттоң подъезы төтөнгә тулған, ә беренсе ҡаттағы фатирҙың кухняһы ут менән солғанған була.
Бер фатирҙан ике балалы ҡатынды сығарыуҙа күршеһе ярҙам итә. 2016 һәм 2019 йылғы балаларҙы Бөрө үҙәк район дауаханаһына илтәләр. Табиптарҙың әйтеүенсә, малайҙарҙың хәле ауыр. Янғынды һүндереүҙә 29 кеше, 11 берәмек техника ҡатнаша. Ут сығыу сәбәбен тәүтикшереүсе асыҡлаясаҡ.
Үкенескә ҡаршы, республикала янғындарға бәйле фажиғәләр йыш булып тора. Барығыҙҙы ла ут менән һаҡ булырға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.
Фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас