Кисә кис Белорет ҡалаһының Кооперативная урамында урынлашҡан өс ҡатлы йортта янғын сыға.
Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр алыу менән, ҡотҡарыусылар бәлә урынына йүнәлә. Янғын һүндереүҙә өс махсус машина һәм 12 ҡотҡарыусы ҡатнаша.
Төтөн ялмап алған йорттан 26 кеше, шул иҫәптән биш бала эвакуациялана. Һөрөм менән ағыуланған ике кешене газ хеҙмәте звеноһы ҡотҡарып, дауаханаға оҙата.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был янғын да ҡорбанһыҙ булмай. Ҡотҡарыусылар янғын һүндерелеп бөткәс, 70 йәшлек ир кешенең кәүҙәһен таба.
Тикшереү бара. Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Фото: РФ Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса баш идаралығынан.