Һәр аҙна аҙағында республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов социаль селтәр аша водителдәргә иҫкәртеү саралары тураһында хәбәр итә.
"Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙы асыҡлау, шул иҫәптән транспорт менән эскән килеш идара иткән водителдәргә сик ҡуйыу – Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы тарафынан ял алдынан һәм ял көндәрендә уҙғарылған иҫкәртеү сараларының төп бурысы бына шул. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ошондай сараларҙы үткәреү кәрәклеген аңлап ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла хәүефһеҙ ялдар!" – тип белдерҙе Динар Ғилметдинов.
Мәғлүм булыуынса, 8 апрелдә республика юлдарында ике авария теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, берәү йәрәхәтләнгән. Шулай уҡ дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл транспорт ҡағиҙәһен боҙоуҙың 2450 осрағын асыҡлаған, эскән килеш рулгә ултырған 27 водителде тотҡан.
Тышта - яҙ, һәр кем ҡайҙалыр барырға теләй, әммә автомобилдә бер ваҡытта ла тиҙлекте арттырмағыҙ. Юл ашығыуҙарҙы, яңылышыуҙарҙы ғәфү итмәй.
Беҙ ҙә һеҙгә матур һәм файҙалы ял көндәре, имен юлдар теләйбеҙ.
Фото: ЮХХДИ-ның "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.