Хәүефһеҙлек
10 Апрель 2021, 07:30

Үлгәндәр араһында иң күбе - балалар һәм балыҡсылар...

Янғын, ташҡын хәүефтәренән нисек һаҡланырға, яҙғы осорҙо имен үтеү өсөн ниҙәр эшләргә?

“Рәсәй” матбуғат үҙәгендә кешеләрҙең янғындарҙа үлеүен иҫкәртеү, һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм ташҡынды имен үткәреүгә арналған брифинг булды. Төп доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны.
Шулай уҡ журналистар һорауҙарына республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов яуап бирҙе.
Янғындарҙы иҫкәртеү һәм улар ваҡытында кешеләрҙең үлеменә юл ҡуймау һәр ваҡыт контролдә тотола. Бөгөнгө көнгә ҡарата, йыл башынан алып республикала янҡындарҙа 87 кешенең ғүмере өҙөлгән, был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда унауға күберәк. Үлемесле янғындарҙың сәбәптәре бик ябай: тәмәке тартҡан саҡта ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын файҙаланған саҡта ҡағиҙәләрҙе боҙоу, мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Ирек Сәғитов янғындарҙа балаларҙың үлеменә айырым иғтибар бүлде. Быйыл дүрт бала үлгән, өсәүһе өлкәндәрҙең эвакуация ваҡытында дөрөҫ аҙымдар яһамауы сәбәпле килеп сыҡҡан. Бер бала ут менән уйнап һәләк булған.
Һөҙөмтәле сара – торлаҡҡа янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйыу. Уларҙың ваҡытында эшләүе арҡаһында дүрт йыл эсендә республикала 543 кешенең, шул иҫәптән 219 баланың ғүмере ҡотҡарылған.
Республикала һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Был ҡарҙың тиҙ иреүенә, Ағиҙел бассейнының асылыуына килтерә. Бәләкәй дала һәм тау йылғалары асылған саҡта боҙ тығылыуы һәм ҡапыл һыуҙың күтәрелеүе ихтимал.
Ташҡын ныҡлы булһа, 250 ауыл һәм ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал. Әлегә батҡан йорттар һәм ихаталар теркәлмәгән. Әммә ирегән һыу баҫҡан осраҡтар артты. Көн һайын ошоға бәйле йөҙ самаһы мөрәжәғәт килә. Барыһы буйынса ла саралар ҡабул ителә.
Ташҡынға бәйле хәлде Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында Ташҡын 2.0. системаһы аша күҙәтергә була. Егерме мең самаһы кеше һәм биш меңдән ашыу техника, йөҙөү сараһы ташҡын осрағында ашығыс ярҙам күрһәтергә әҙер.
Бынан тыш, һыу инеү миҙгеленә лә әҙерлек башланған. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала 200 пляж асыу планлаштырыла. Былтыр ошондай 11 өҫтәмә урын булдырылған. Быйыл тағы ла арттырыу күҙаллана.
Сығышы һуңында Ирек Сәғитов республика кешеләрен боҙға сыҡмаҫҡа саҡырҙы. Йыл һайын йоҡа боҙ кешеләр үлеме сәбәпсеһе булып тора. Ҡағиҙә булараҡ, үлгәндәр араһында балалар һәм балыҡсылар күп.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас