Бөгөн төн менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Бишбүләк районының Аҙнай ауылын һыу баҫа башлауы тураһында мәғлүмәт килә.
Унда ҡар менән боҙҙоң ҡапыл иреүе сәбәпле Уяҙы йылғаһы кимәле 440 сантиметрға тиклем күтәрелгән. Һөҙөмтәлә 78 ихатаны һыу баҫҡан.
Ҡотҡарыусылар һыу ингән йорттарҙан 11 кешене эвакуациялаған, уларҙың икәүһен ваҡытлыса йәшәп тороу пунктына урынлаштырғандар. Ҡалған кешеләр туғандарында. Һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ.
Ведомствоның ҡотҡарыусылары ихаталар буйлап тикшереү үткәрә, халыҡҡа ташҡындың торошо тураһында мәғлүмәт еткерә. Һыу күләме артып китһә, кешеләрҙе урынлаштырырға әҙерҙәр.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләй.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өлгөргән кешеләр туғандарына барған, ике кеше ваҡытлыса урынлашыу пунктына эвакуациялауҙы һораған. Ә бына ҡалғандар өйөндә ултыра һәм бер нәмә лә һорамай, улар йортон ҡалдырып китеүҙән баш тарта. Махсус хеҙмәттәр, ҡотҡарыусылар, табиптар ярҙам итергә әҙер, тик кешеләр мөрәжәғә итмәй. Һыу килтереү ойошторолған, заказ буйынса аҙыҡ-түлек тә ташыла.
Ҡайһы бер кешеләр ваҡ малдарын хәүефһеҙ ергә алып барыуҙы һораған, быны эшләгәндәр. Эре малды күсереү мөмкинлеге юҡ, сөнки улар кәмәләргә һыймай.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.