Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала ташҡынға бәйле хәл контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ китә, һыуҙың ярҙарҙан сығыуы күҙәтелә. Айырым урындарҙа һыу кимәленең 17-нән 807 сантиметрға тиклем күтәрелеүе ихтимал.
Мәскәү ваҡыты менән 07.00 сәғәткә ҡарата республикала өс муниципаль райондың дүрт ауылындағы йорттарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫҡан. Атап әйткәндә, Бишбүләктең Аҙнай ауылында 59 участка яны биләмәһе һәм 19 шәхси йорт һыу аҫтында ҡалған, ә Кушнаренко районындағы Үрге Аҡбаш ауылында – биш ихата һәм ике йорт, Воецский ауылында – дүрт ихата һәм бер йорт, Бекетов ауылында - ун ихата һәм бер йорт. Көндәрҙең +17 градусҡа тиклем йылытыуы ҡарҙың тиҙ иреүенә һәм боҙҙоң йоҡарыуына килтерә.
Алдағы көндәрҙә Кушнаренко районының – Шәрип, Ҡырмыҫҡалының - Иҫке Йәнбәк, Стәрлетамаҡтың - Кононовка, Шишмәнең Первомайский ауылдарын, Стәрлебаш районы үҙәген һыу баҫыу хәүефе бар. Урындарҙағы хакимиәттәр тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып бара. Кешеләрҙең аҙыҡ-түлек һаҡламы, медикаменттары, һыуы бар, әлегә был йәһәттән мөрәжәғәттәр булмаған. Йорт һайын йөрөп халыҡты иҫкәртеп сыҡҡандар. Хакимиәттәр тарафынан 12655 кешене ваҡытлыса урынлаштырыу мөмкинлеге биргән 68 пункт әҙерләнгән: Кушнаренко районында - 250 урынлыҡ дүрт пункт, Ҡырмыҫҡалы районында - 200 кешелек өс пункт, Стәрлетамаҡ районында - 9485 кешелек 41 пункт, Шишмә районында - 1350 кешелек ете пункт, Стәрлебаш районында - 1370 кешелек 13 пункт.
Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, иң көслө ташҡын 15 апрелдән 3 майға тиклем көтөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында ташҡын эҙемтәләрен контролдә тотоу буйынса оператив штаб булдырылған. Бөтә хеҙмәттәр ҙә юғары әҙерлек режимында эшләй.