Башҡортостанда йәйге урман янғындары миҙгеленә әҙерлек тулы кимәлдә бара. Был йәһәттән, көрәш өсөн 10 мең кеше һәм 2700 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, Башҡортостанда урмандар майҙаны 5,7 миллион гектар тәшкил итә. Былтыр белгестәр 3726 гектар майҙанда 165 урман янғыны теркәне. Уларҙың 136-һы бер тәүлектән әҙерәк ваҡыт эсендә һүндерелде. Был нормативтан күпкә юғарыраҡ күрһәткес.
Урмандағы янғындарҙы контролдә тотоу өсөн космостан “ИСДМ-Рослесхоз” һәм “СЕНТИНЕЛ-2” күҙәтеү системалары йәлеп ителәсәк, бынан тыш авиация һәм ерҙән күҙәтеү патрулдәре ойоштороласаҡ.
Финанслауға килгәндә, быйыл янғынға ҡаршы саралар өсөн федераль бюджеттан 19,2 миллион һум аҡса бүленгән. Тағы 36,9 миллион һумды республика “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса алды. Был аҡса урман янғыны станциялары өсөн техника алыуға йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта ведомствоға урман янғын һүндереүселәре штатын тултырыу өсөн 34 кеше етмәй. Министрлыҡ был маҡсатҡа аҡса эҙләй.
Республикала хәүефле миҙгел апрелдең икенсе-өсөнсө декадаһында башланасаҡ. Иң ауыр айҙар булып май, июнь һәм сентябрь торасаҡ ти белгестәр. Муниципалитет башлыҡтарына был йәһәттән иҫкәртеү эштәре башларға ҡушылды. Һунарсылар, туристар менән менән дә аңлатыу эше үткәреү зарур.
– Һеҙ был мәсьәләгә яуаплы ҡарайһығыҙ. Былтырғы йәй еңел бирелмәне. Быйылғы миҙгелде лә ойошҡан үтербеҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.