Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәрҙә ташҡын сәбәпле төбәктә хәлдең ҡатмарлы икәнлеген белдерә, халыҡты уяулыҡҡа саҡыра.
Башлыҡ Асы ауыл Советындағы хәлде билдәләй. Инйәр йылғаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килә һәм 15 минут эсендә һыу кимәле күтәрелеп, 18 йортто һыу баҫа, 13 кеше эвакуациялана.
“Дөйөм алғанда, районда хәл ҡатмарлы. Тағы ла тығын барлыҡҡа килерҙәй бер нисә урын бар. Ташҡын әле иң юғары кимәлгә етмәгән. Райондаштарҙы үҙ хәүефһеҙлегенә етди ҡарарға саҡырам. Малдарҙы тауға ҡыуығыҙ, документтарығыҙҙы, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе әҙерләп ҡуйығыҙ. Алдағы көндәрҙә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, ҡар ныҡ ирейәсәк”, - тип мөрәжәғәт итә хакимиәт башлығы.
Фото А. Иванютаның сәхифәһенән.