Ҡырмыҫҡалы районынан ҡот осҡос хәбәр килде: төбәк биләмәһендәге инештә былтыр һәләк булған ҡатындың кәүҙәһе табылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны танырлыҡ түгел, шуға кем икәнен аныҡлау өсөн ДНК экспертизаһы талап ителә.
Ә ҡурҡыныс табышҡа осраҡлы юлсылар барып сыҡҡан. Улар юл ыңғайы йыраҡ булмаған "Бәхет" шишмәһенә төшөп, һыу алырға булған. Әммә... ирегән шишмә эргәһендә улар тарҡалып бөткән кеше кәүҙәһенә тап булған. Водителдәр шунда уҡ полицияға шылтыратҡан.
Асыҡланыуынса, мәйет бик оҙаҡ ятҡан, уның кем икәнлеген түгел, хатта енесен дә билдәләү ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Артабан тәфтишселәр кәүҙәнең 45 йәш тирәһендәге ҡатындыҡы икәнлеген һәм һыуҙа ярты йыл самаһы ятҡанлығын билдәләгән.
Был хаҡта "Комсомольская правда" порталы "Кармаскалинская новь" баҫмаһына һылтанып хәбәр итә.
Урындағы кешеләр был ҡатындың былтыр июлдә юғалған Рәсидә Б. исемле ҡатын булыуы ихтимал тип күҙаллай. Туғандары белдереүенсә, ҡатын кинәт бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған, күршеләре лә уны юғалтҡан. Унан яҡындары полицияға мөрәжәғәт иткән.
Кәүҙә табылғас, Рәсидә ханымдың улын моргка, таныуға саҡырғандар.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер ниндәй ҙә асыҡлыҡ индерә алмаған, шуға артабан ДНК тесы үткәрәсәктәр. Унан тыш, тәфтишселәр үлемдең ниндәй сәбәптән булыуын асыҡлаясаҡ.
Фото "Кармаскалинская новь" гәзите сайтынан.