Хәүефһеҙлек
14 Апрель 2021, 18:00

Асынан - Оҙондарға...

Инйәр йылғаһында боҙ тығыны тыуҙырған хәүефле урынды тикшерергә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов килде.

13 апрелдә Белорет районының Асы ауылында һыу көнө буйы тора, тик Инйәр йылғаһында туҡтауһыҙ үткәрелгән шартлатыуҙар һөҙөмтәһендә генә тығынды йырыуға өлгәшәләр. Бөгөн иһә ауылда ташҡынды хәтерләткән боҙҙар өйөмө генә тороп ҡалған, ҙур һыу киткән.
Бөгөн иһә Асы ауылы янында Инйәр йылғаһында шартлатылған был боҙло даръя Архангел районының Оҙондар ауылы эргәһендә тағы ла тығын хасил итте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тығын хәүефе тыуҙырған участканы һауа судноһынан тикшерҙе, күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар йәлеп ителде.
Мониторинг һөҙөмтәһендә боҙҙоң тиҙерәк китеүе һәм тығындың йырылыуы асыҡлана. Ихаталарҙағы һыу ҡайта башлаған. Был участкала шартлатыу талап ителмәгән. Көстәр һәм саралар Бөрйән районына ебәрелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Архангел районында тығын булған ергә үҙе барҙы. Ул билдәләүенсә, ташҡын әле юғары нөктәгә етмәгән. Хәл даими күҙәтеү аҫтында, һәр мәғлүмәт буйынса оператив сара күрелә. 14 апрелгә ташҡын башланғандан бирле 1200 мәғлүмәт килгән.
Фото: @mchsrb.
Читайте нас