Хәүефһеҙлек
14 Апрель 2021, 14:30

Ишембай эргәһендә - ҙур авария...

Бәрелешеү һөҙөмтәһендә водителдәрҙең береһе вафат. Асыҡланыуынса...

Ишембай районында Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, авария көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә булған.
Юлдың 38-се километрында УАЗ (рулдә - 83 йәшлек водитель, ошо райондан) менән йөк тейәлгән МАЗ (рулдә - 59 йәшлек ир, Стәрлетамаҡ районынан) автомобилдәре бәрелешкән, тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Бәрелешеү һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, УАЗ водителе ваҡиға урында уҡ һәләк булған. Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен тикшереү менән мәшғүл.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас