Хәүефһеҙлек
14 Апрель 2021, 07:00

Ташҡын көслө булмаҡсы. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Тәүҙә тау йылғаларының кимәле күтәрелә, һуңынан эстафетаны Дим, Ағиҙел йылғалары ҡабул итә. Әле Инйәр йылғаһында ауыр хәл килеп тыуған.

Бөгөн республикала ташҡынға бәйле хәл буйынса Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашлығында брифинг үтте. Яҙғы ташҡынға бәйле көсәргәнешле мәл алда әле, йәғни Өфө, Ағиҙел һәм Дим кеүек йылғалар кимәле ҡырҡа күтәрелә башлаһа, ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыуы ихтимал.
– Ҙур гидротехник ҡоролмалар ярҙамында Өфө һәм Ағиҙел йылғаларында һыуҙың күтәрелеүе тотҡарлана. Әлегә ул һиҙерлек ныҡ ҡалҡмай. Әммә Дим йылғаһы үҙенең холҡон күрһәтә – кимәле күтәрелеүен көтәбеҙ. Димдең түбәнге өлөшөндәге Лекаревка, Глумилин ауалдары, Новгородская урамы, “Черноозерский кордон”, “Алтын балыҡ”, "Дим кордоны” баҡса ширҡәттәрендәге халыҡҡа әҙер торорға кәрәк, – тине ведомство етәксеһе.
Тәүҙә тау йылғаларының кимәле күтәрелә, һуңынан эстафетаны Дим, Ағиҙел йылғалары ҡабул итә. Әле Инйәр йылғаһында ауыр хәл килеп тыуған.
“Унда шартлатыусы төркөм эшләй. Кисә Белорет районындағы Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәрен атҡарҙылар. Тик һигеҙенсе тапҡыр ҡабатлағандан һың ғына тығынды бөтөрөү һәм яҡын-тирәләге ауылдарға янаған хәүефте кисектереү мөмкин булды. Бөрйән районына сығырға йыйынабыҙ, унда ла тығындар булыуы ихтимал”, – тип белдерҙе Фәрит Ғүмәров.
Һуңғы мәғлүм буйынса, республикала әле 31 йорт, 272 ихата һәм 11 юл участкаһы һыу аҫтында ҡала. Ҡотҡарыусылар 13 муниципаль райондағы хәлде күҙәтеү аҫтында тота.
“Бәләбәй һәм Миәкә райондарында ике күпер зыян күргән. Урап үтеү юлдары бар”, – ти ведомство етәксеһе. Йылғалар үҙ ярҙарына ҡайтҡас та, ҡотҡарыусылар төҙөкләндереү эштәрен башлаясаҡ, тип белдерҙе ул.
“112” телефоны аша ҡотҡарыу хеҙмәтенә ташҡын мәлендә йорттарҙы, ихаталарҙы, баҙҙарҙы һәм юл участкаларын һыу баҫыуы тураһында 1153 мөрәжәғәт булған. Иң күп мөрәжәғәттәр түбәнге биләмәләрҙән килгән: Өфө ҡалаһынан – 139, Өфө районынан – 137, Ҡырмыҫҡалы районынан – 54, Дәүләкән районынан – 51, Яңауыл районынан – 41, Мәләүез районынан – 41.
Ташҡын ваҡытында ярҙамға мохтаждарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:
“Беҙҙең хәстәрлек” проектының колл-үҙәгенә – 8-800-201-89-03;
Ҡотҡарыу хеҙмәтенә – 112;
“Роспотребнадзор”ҙың ташҡын буйынса "ҡыҙыу бәйләнеше"нә: 8-800-700-90-30.
Фото: @mchsrb
Читайте нас