Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 12 апрелдә кис пенсионер һәм уның өйҙәш ҡатыны араһында бәхәс сыҡҡан. Улар икеһе лә эскән булған. Низағ ваҡытында ир балта алып, үткер яғы менән 68 йәшлек өйҙәшенең башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Ҡатын шунда уҡ йән биргән. Ә ир мәйеттән ҡотолмаҡсы булған. Ләкин уға көсө етмәгәс, күршеһенә барыһын да һөйләп биргән, уныһы иһә тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.