Хәүефһеҙлек
15 Апрель 2021, 06:30

Өфөнө һыу баҫыуы ихтимал

Әле ҡотҡарыусылар 149 һыу аҫтында ҡалған биләмәне күҙәтеү аҫтында тота.

Ташҡынға бәйле хәл буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙа брифинг үтте. Мәғлүм булыуынса, ҡайҙалыр һыу ҡайтһа, икенсе урындарҙа яңынан-яңы хәүеф тыуып тора. Уҙған тәүлектә “112” телефонына йорт ихатаһын һыу баҫыуы тураһында 13 мәғлүмәт килгән. Әле ҡотҡарыусылар 149 һыу аҫтында ҡалған биләмәне күҙәтеү аҫтында тота, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов.
“Бөгөн беҙ төндә Белорет районының Үрге Әүжән ауылындағы хәлде күҙәтә башланыҡ. Унда Оло Әүжән йылғаһы ташыуы һөҙөмтәһендә дүрт биләмә һыу аҫтында ҡалды”, – тип белдерҙе Кирилл Первов.
Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Анна Козаева һүҙҙәренсә, Өфө биләмәләрен дә һыу баҫыу ихтималлығы ҙур. “Өфө йылғалары бер метрға ҡалҡһа, ярҙарынан сығасаҡ. Бындай күрһәткестәрҙә һыу Сиған яланын, Кузнецов затонын, Нижегородка биҫтәһен баҫа башлаясаҡ”, – тине спикер.
Брифингта "Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы халыҡҡа һыу ташыу хәүефе буйынса ниңә смс-хәбәрҙәр ебәрмәнеләр?" тигән һорау тыуҙы. Ведомство начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов аңлатыуынса, һауа торошо тураһында мәғлүмәттәр еткерелде, әммә смс-хәбәрҙәр булманы, сөнки һыу көтмәгәндә ҡалҡҡан.
“Беҙ эштәрҙе ваҡытында үткәрҙек. Тораҡ пункттарға был хаҡта мәғлүмәт тапшырылды. Фараздар һәм 33 тығын ҡурҡынысы янаған участка тураһында белдек һәм эштәрҙе ваҡытында ойошторҙок. Әммә һауа торошо үҙ эшен башҡарҙы”, – тине ул.
Һыу ятҡылыҡтарында кимәлдең күтәрелеүе буйынса, һыу аҫтында ҡаласаҡ урындар тураһында фараздар булды, тип өҫтәне Эдуард Иҙрисов. Был мәғлүмәттәр урындағы үҙиадара органдарына ебәрелгән.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас