Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса кәңәшәмә үткәрҙе. Унда ҡотҡарыу хеҙмәттәре етәкселәре, шулай уҡ видеоконференция бәйләнеше аша муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
– Ташҡын хәүефе һәм аномаль эҫелек сәбәпле янғын сығыу ихтималлығына бәйле мәсьәләләрҙе ҡарайбыҙ. Шулай уҡ юл инфраструктураһы хәлен дә тикшерербеҙ. Ташҡын транспорт бәйләнешен боҙҙо, ә был - бәйләнешһеҙ ҡалған ауыл һәм биҫтәләр халҡын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе. Шулай уҡ республикала коронавирустан вакцинация үтеү барышын да ҡарарбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, 16 апрелгә ҡарата ҡотҡарыусылар контролендә алты муниципалитетта һыу баҫыуҙың 12 осрағы бар, тине.
"Иң күп сигнал Дыуан, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Белорет райондары һәм Өфө ҡалаһынан килде, – тине ул. – Инйәр, Оло Әүжән йылғаларында боҙ тығылған урындар шартлатылды. Һыу баҫҡан бөтә ерҙә лә махсус хеҙмәттәр бәлә эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнә".
Барыуы ауыр булған урындарҙа ташҡынды контролдә тотоуҙа пилотһыҙ авиаразведка һәм суднолар ярҙам итә. Дыуан районында ҙур һыу сигенеү менән авария-тергеҙеү эштәре башланған. Белгестәр әлеге ваҡытта Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында Өршәк йылғаһы баҫҡан урындарҙа халыҡҡа нисек ярҙам итеү мәсьәләһен ҡарай. Был эштәр оператив рәүештә Бишбүләк, Дәүләкән, Кушнаренко райондарында башҡарылған да.
Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ирегән һыу һәм дала йылғалары баҫыу осраҡтары пигы үткән, әммә яҡын көндәрҙә Еҙем, Инйәр, Эҫем тау йылғаларында һыуҙың ныҡ итеп күтәрелеүе көтөлә.
"Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим кеүек ҙур йылғаларҙа ла һыу кимәле күтәреләсәк, был Павловка һыуһаҡлағысындағы һыуҙы сығарыуға бәйле. Был - мотлаҡ сара, унһыҙ һыуҙың нығыраҡ баҫыуы ихтимал. Иртәгә иһә Ағиҙел йылғаһының 60 сантиметрға артыуы көтөлә, 19 апрелдә тағы ярты метрға күтәрелеүе бар. Ошо сәбәпле Өфө тирәһендәге баҡсалар, биҫтәләр, юлдарҙы һыу баҫыуы мөмкин", – тине Фәрит Ғүмәров.
Хәүеф янаған биләмәләрҙә йәшәгән халыҡҡа киң матбуғат саралары, социаль селтәрҙәр аша, СМС ебәреп, ихаталар буйлап йөрөп йәки автомобилдән әйтеп мәғлүмәт еткерәсәктәр.
Белгестәр күҙаллауынса, Өфө янында ташҡындың пигы апрель аҙағы - май башында көтөлә. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ташҡынды үтеүгә әҙерлек тураһында һөйләне.
"Бөгөн Өфө янында 73 баҡса участкаһы батҡан, автомобиль юлдарында алты участка һыу аҫтында. Ихаталар һәм шәхси йорттарға әлегә хәүеф янамай, шулай ҙа һәр хәлгә лә әҙербеҙ, – тине ул. – Иң ҙур хәүеф янаған урын – Кооператив ялан биҫтәһе. Унда 96 йорт өсөн ҡурҡыныс бар, уларҙа 200 кеше йәшәй. 6500 кешегә иҫәпләнгән 60 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған".
Башҡортостан Башлығы Сергей Грековҡа Дыуан районы халҡына оператив ярҙам иткән өсөн рәхмәт әйтте.
– Әле иң мөһиме – кешеләргә хәүеф тураһында мәғлүмәт еткереү. Халыҡ менән һөйләшергә кәрәк. Уларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарын йоҡо урындары, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү зарур. Муниципалитет башлыҡтары был мәсьәләне әлеге ваҡытта даими контролдә тоторға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, партия Бишбүләк, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы райондары кешеләренә ярҙам йөҙөнән өс автопоезд йүнәлткән. Кәрәк булһа, Өфө буйынса ирекмәндәр эшкә ҡушылырға әҙер.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, әлеге ваҡытта уларҙа һыу аҫтында ҡалған ауылдар юҡ.
"Шартлатыу эштәренән һуң Түбәнге Әүжәндән һыу китте. Тик ташҡындың пигы әле үтмәне, тауҙарҙа ҡар күп. Беҙ халыҡҡа даими рәүештә хәүеф тураһында мәғлүмәт еткереп торабыҙ", – тине ул.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская республикала ташҡын хәленә бәйле көн һайын үткәрелгән брифингтар тураһында һөйләне.
– Ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында мәғлүмәт биреү - үтә мөһим эш. Беҙ тәбиғәт стихияһын туҡтата алмайбыҙ, ә кешеләрҙе иҫкәртеү мөмкинлегебеҙ бар, – тине Радий Хәбиров.
Ул зыян күргән райондарға электр һәм газ биреүҙе тиҙ арала тергеҙергә, халыҡты һыу менән тәьмин итергә ҡушты.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата ташҡын 15 районда 27 юл участкаһын батырған. 21 участкала хәрәкәт тергеҙелгән дә. Диспетчер хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һыу китеү менән юлсылар юл япмаһын тергеҙеүҙе башлай.
Радий Хәбиров мониторингты дауам итергә һәм зыян күргән участкалар реестрын булдырырға ҡушты.
Кәңәшмәлә янғынға ҡаршы ҡабул ителгән саралар ҙа ҡаралды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдереүенсә, республикала әле үк 67 гектарҙа ҡоро үлән яныуы һәм дүрт урман янғыны осрағы теркәлгән. Күбеһендә кеше ғәйепле.
Радий Хәбиров мөмкин булғанса халыҡҡа янғындар тураһында мәғлүмәт еткерергә, был эште урындарҙа әүҙемерәк алып барырға ҡушты.
Марат Латипов хакимиәт башлыҡтарын был эшкә бөгөндән ҡушылырға саҡырҙы, улар алдына ниндәй бурыстар ҡуйылғанын аңлатты.
Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә лә, республикала урман янғыны хәүефе миҙгеле башланған. Ул иң ныҡ ҡурҡыныслыһы тип ҡоро үләнде контролһеҙ яндырыуҙы атаны. "Былтыр тәүге урман янғындары майҙа ғына башланғайны, быйыл - 15 апрелдән. Был - хәүефле билдә", – тине ул.
Министр шулай уҡ хакимиәт башлыҡтарын янғынға ҡаршы режимды үтәү мөһимлеге хаҡында иҫкәртте. Радий Хәбиров иһә министрлыҡ вәкилдәренә күҙәтеү эшмәкәрлеген көсәйтергә, хакимиәт башлыҡтарына тиҙ арала былтырҙан ҡалған сүп-сарҙы ташлап бөтөргә ҡушты.
Кәңәшмәлә Башҡортостан халҡын яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау мәсьәләһе лә тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова белдереүенсә, 16 апрелгә ҡарата республикала планлаштырылған кешеләрҙең 10,5 проценты прививка һалдырған. Төбәк халҡының 60 процентына вакцина эшләү күҙаллана. Республикала 155 вакцинация пункты эшләй, уларҙың бишеһе – мобиль пункттар.
"Яңы “ЭпиВакКорона”ның 6480 дозаһы килде. Уны түбән температурала һаҡларға кәрәк түгел, шуға күрә 19 апрелдән был вакцинаны сәләмәтлек автопоездары менән республика буйлап ебәрәскбеҙ. Прививканы алыҫ ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә һалдыра алһын өсөн эшләнә был", – тине ул.
Министр урынбаҫары һүҙҙәренә ҡарағанда, вакцинация иң әүҙеме Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Учалы, Бишбүләк, Бүздәк райондарында бара. Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла, Бөрйән һәм Белорет – артта ҡалғандар иҫәбендә.
– Ҡайһы райондарҙа хакимиәт башлыҡтары көн һайын вакцинацияға бәйле хәлде контролдә тота, яңы прививка пункттары аса, уларҙа - юғары күрһәткестәр, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса Стәрлетамаҡ ғәжәпләндерә: унда халыҡтың 20 проценты прививка яһатҡан. Бынан ары вакцина килтереү артасаҡ ҡына, шуға күрә сират булырға тейеш түгел.
Ул Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиевкә район һәм ҡалаларҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинация мәсьәләһен көндәлек контролгә алырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.