Хәүефһеҙлек
16 Апрель 2021, 04:51

Республика тағы ла һынау алдында

Радий Хәбиров: “Төп бурысыбыҙ – кешеләргә ярҙам итеү”.

Матур йылы яҙ, берҙән, ҡыуандырһа, икенсенән иһә, үҙенең аяуһыҙ ташҡындары менән хәүефкә һала. Әле Өфө, Белорет, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы һәм Дыуан райондарында яҙғы һыу көсөн күрһәтеп өлгөрҙө. Республиканың 15 муниципалитеты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының контроле аҫтында.



Башлыҡ ташҡынға сыҡты


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13 апрелдә Дыуан районына барҙы һәм ташҡынға бәйле килеп тыуған хәл менән яҡындан танышты, Мәсәғүт ауылында йорттарын һыу баҫҡан кешеләр менән аралашты, шулай уҡ эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Етәксе, республикала яҙғы ташҡынға бәйле хәл ҡатмарлы, тип билдәләне.


“Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бөтә хеҙмәттәр тулы әҙерлектә һәм халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Дыуан районында хәл айырыуса ҡатмарлы. 12 апрелдә Әй йылғаһында тығын урыны механик ысул менән бөтөрөлдө. Бынан һуң өҫтәрәк икенсе тығын барлыҡҡа килде. Алкин хәрби часынан хәрбиҙәрҙе саҡырттыҡ. Әммә боҙ үҙе ҡуҙғалды. Хәҙер икенсе мәсьәлә: Мәсәғүт ауылында 65 йортто, магазинды һәм 218 кеше, шул иҫәптән 71 бала йәшәгән 160 ихатаны һыу баҫты. Спорт мәктәбендә (Мәсәғүт ауылы, Электр урамы, 3/1) халыҡты ваҡытлыса ҡабул итеү пункты ойошторолдо. Йылға аръяғы һәм Совет урамдарында электр энергияһын һүндерергә тура килде. Газһыҙ өйҙәр ҙә бар. Хәҙер төп бурысыбыҙ – кешеләргә ярҙам итеү. Уларға ашарға аҙыҡ, һыу алып килеү. Йорттарҙан һәм участкаларҙан һыуҙы һурҙырырбыҙ. Дыуандарҙың үҙҙәренең көсө генә етмәй, Өфөнән һыу һурҙырыу өсөн машиналар һоранылар. Дыуан районы хакимиәтендә штаб эшләй, Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте халыҡ менән бәйләнештә – 8-(347)-983-44-96”, — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Асылар көтмәгәндә...


Мәғлүм булыуынса, 12 апрелдә Белорет районының Асы ауылына ҙур һыу килә. Ул һанаулы сәғәттә Яр буйы һәм Мөбәрәков урамдарындағы йорттарҙы баҫа.


– 12 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дарҙа Инйәр йылғаһында боҙ ҡуҙғалды, ә сәғәт 11-ҙә ауылға һыу инде. Мин үҙем шунда инем. Райондың Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә хәбәр иттем. Урындағы ҡотҡарыусылар һәм ташҡынға ҡаршы комиссия ағзалары менән тиҙ арала сара күрҙек: кешеләрҙе эвакуацияланыҡ, мал-тыуарҙарын сығарыуҙа ярҙамлаштыҡ. Һыуҙың яҡтыла килеп инеүе лә күп бәләләрҙән араланы тип әйтергә була, сөнки ҡараңғыла бер нәмә лә эшләй алмаҫ инек. Әле иһә оператив сара күрҙек. Алдан да иҫкәртеү һәм аңлатыу саралары уҙғарғайныҡ, иҫкәртеү ҡағыҙҙары тараттыҡ. Инйәр йылғаһын да трактор менән сыйғыслап сыҡтыҡ. Ҡайҙа тығын булырын асыҡлауы ауыр. Был юлы Алһыу ҡаялар эргәһендә тығын булыр тип кем уйлаған. 25 йорт һыу эсендә ҡалды, – ти Асы ауыл биләмәһе башлығы Венер Йосопов.


Мәғлүм булыуынса, боҙҙо шартлатыуға Әлкәлә урынлашҡан хәрбиҙәрҙе – саперҙарҙы йәлеп итәләр. Улар 12 апрелдә килеп урынлаша, ә 13 апрелдә таңғы 6-нан алып киске 7-гә тиклем һыуыҡ һыуҙа йөҙөп йөрөп тигәндәй эшләй. Шундай тырыш­лыҡтарҙан һуң, ошо уҡ көндә киске сәғәт 8-ҙә ауылды һыу тотҡононан ҡотҡарыуға өлгәшәләр.


Инйәр тынысланырға уйламай


13 апрелдә Белорет районының Асы ауылында һыу көнө буйы тора, тик Инйәр йылғаһында туҡтауһыҙ үткәрелгән шартлатыуҙар һөҙөмтәһендә генә тығынды йырыуға өлгәшәләр. Бөгөн иһә ауылда ташҡынды хәтерләткән боҙҙар өйөмө генә тороп ҡалған, ҙур һыу киткән.


14 апрелдә иһә Асы ауылы янында Инйәр йылғаһында шартлатылған был боҙло даръя Архангел районының Оҙондар ауылы эргәһендә тағы ла тығын хасил итте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тығын хәүефе тыуҙырған участканы һауа судноһынан тикшерҙе, күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар йәлеп ителде.


Мониторинг һөҙөмтәһендә боҙҙоң тиҙерәк китеүе һәм тығындың йырылыуы асыҡлана. Ихаталарҙағы һыу ҡайта башлаған. Был участкала шартлатыу талап ителмәгән. Көстәр һәм саралар Бөрйән районына ебәрелгән.


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Архангел районында тығын булған ергә үҙе барҙы. Ул билдәләүенсә, ташҡын әле юғары нөктәгә етмәгән. Хәл даими күҙәтеү аҫтында, һәр мәғлүмәт буйынса оператив сара күрелә. 14 апрелгә ташҡын башланғандан бирле 1200 мәғлүмәт килгән.


Алда нимә көтә?


Республикала ташҡынға бәйле хәл буйынса Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашлығында брифинг үтте. Яҙғы ташҡынға бәйле көсөргәнешле мәл алда әле, Өфө, Ағиҙел һәм Дим кеүек йылғалар кимәле ҡырҡа күтәрелә башлаһа, ғәҙәттән тыш хәл тыуыуы ихтимал.


– Ҙур гидротехник ҡоролмалар ярҙамында Өфө һәм Ағиҙел йылғаларында һыуҙың күтәрелеүе тотҡарлана. Әлегә ул һиҙелерлек ныҡ ҡалҡмай. Әммә Дим йылғаһы үҙенең холҡон күрһәтә – кимәле күтәрелеүен көтәбеҙ. Димдең түбәнге өлөшөндәге Лекаревка, Глумилин ауылдары, Новгородская урамы, “Черноозерский кордон”, “Алтын балыҡ”, “Дим кордоны” баҡса ширҡәттәрендәге халыҡҡа әҙер торорға кәрәк, – тине ведомство етәксеһе.


Тәүҙә тау йылғаларының кимәле күтәрелә, һуңынан эстафетаны Дим, Ағиҙел йылғалары ҡабул итә. Әле Инйәр йылғаһында ауыр хәл килеп тыуған.


“Унда шартлатыусы төркөм эшләй. Кисә Белорет районындағы Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәрен атҡарҙылар. Тик һигеҙенсе тапҡыр ҡабатлағандан һуң ғына тығынды бөтөрөү һәм яҡын-тирәләге ауылдарға янаған хәүефте кисектереү мөмкин булды. Бөрйән районына сығырға йыйынабыҙ, унда ла тығындар булыуы ихтимал”, – тип белдерҙе Фәрит Ғүмәров.


“Бәләбәй һәм Миәкә райондарында ике күпер зыян күргән. Урап үтеү юлдары бар”, – ти ведомство етәксеһе. Йылғалар үҙ ярҙарына ҡайтҡас та, ҡотҡарыусылар төҙөкләндереү эштәрен башлаясаҡ, тип белдерҙе ул.


“112” телефоны аша ҡотҡарыу хеҙмәтенә ташҡын мәлендә йорттарҙы, ихаталарҙы, баҙҙарҙы һәм юл участкаларын һыу баҫыуы тураһында 1153 мөрәжәғәт булған. Иң күп мөрәжәғәт түбәнге биләмәләрҙән килгән: Өфө ҡалаһынан – 139, Өфө районынан – 137, Ҡырмыҫҡалы районынан – 54, Дәүләкән районынан – 51, Яңауыл районынан – 41, Мәләүез районынан – 41.


Ниндәй ярҙам күрһәтелә?


“Асы ауылында күп кеше зыян күргән. Беҙ яңы йорт һәм мунса төҙөгәйнек, ул да һыуҙа ҡалды. Халыҡ комиссия көтә. Берәй ярҙам күрһәтмәй ҡалмаҫтар, моғайын. Бүтән бәлә-ҡаза булмаһын”, – тигән һорау бир­гәндәр бар.


Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская 14 апрелдә уҙған ташҡын барышына арналған брифингта ошо хаҡта белдерҙе.


Ташҡында зыян күргәндәр ирекмәндәрҙең һәм урындағы хакимиәттең ярҙамына өмөт итә ала, әммә зыян күргәндәргә аҡсалата компенсация тейеш түгел. “Матди компенсация ҡануниәт тарафынан ҡаралмаған, әммә беҙҙең принцип – “үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”. Ирекмәндәр хәрәкәте, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, район хакимиәттәре халыҡҡа ярҙам итә”, – тине ул.


Муниципалитеттарҙа йорттарҙан һыуҙы һурҙырыуҙа, таҙа һыу һәм аҙыҡ килтереүҙә, шулай уҡ кәрәк саҡта ауыр хәрәкәт иткән граждандарҙы стационарға алып барыуҙа ярҙам итәсәктәр.


14 апрелгә ҡарата ташҡынға бәйле 13 муниципаль берәмектә 19 хәл, 31 торлаҡ йорт, 272 ихата, 11 автомобиль юлы һәм ике күпер контролдә тотола. Һыу аҫтында ҡалған йорттарҙа 566 кеше, шул иҫәптән 73 бала йәшәгән.


Халыҡты эвакуациялау талап ителгәндә, ҡотҡарыусылар ярҙам ҡулы һуҙырға һәм кешеләрҙе сығарырға әҙер. Әле 94 мең кешене ҡабул итерлек 425 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты булдырылған. Кәрәк булғанда, ҡотҡарыусылар биш мең берәмек техниканы һәм 20 мең кешене йәлеп итәсәк.


Шулай уҡ Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Туҡта, ташҡын!” акцияһын башланы. Ул һыу баҫҡан биләмәләрҙә ҡалған республика халҡына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.


Партия ирекмәндәре аҙыҡ-түлек алып киләсәк, кәмә менән ярҙам итәсәк йәки әйберҙәрҙе ташышасаҡ, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә булышлыҡ күрһәтәсәк. Акция Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республика эшҡыуарҙары менән берлектә төбәк һәм урындарҙағы кимәлдә ойошторола.


Шулай итеп, республика халҡы тағы ла һынау алдына баҫты. Әлегә дөйөм тырышлыҡ, күрелгән ойоштороу саралары һөҙөмтәһендә уны кеше ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймайынса хәл итеп киләбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеүҙәренсә, алда – 15 апрелдән 3 майға тиклем тағы ла көслө ташҡын көтөлә. Уяулыҡты юғалтмайыҡ!


Ташҡын ваҡытында ярҙамға мохтаждар түбәндәге телефондар аша мөрәжәғәт итә ала:


“Беҙҙең хәстәрлек”

проектының колл-үҙәгенә –

8-800-201-89-03;

Ҡотҡарыу хеҙмәтенә – 112;

“Роспотребнадзор”ҙың

ташҡын буйынса “ҡыҙыу бәйләнеше”нә:

8-800-700-90-30.



Читайте нас