Хәүефһеҙлек
17 Апрель 2021, 08:00

Урман яна башлаған

Урман янғындарына ҡаршы көрәшеүселәрҙе урындарға алып барыу өсөн автобус бүленәсәк.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов ташҡын һәм янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә, Башҡортостанда бөгөнгә ҡарата ҡоро үлән яныуы буйынса 67 осраҡ һәм дүрт урман янғыны теркәлеүе тураһында хәбәр итте. Ут сығыуға күп осраҡта кеше сәбәпсе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғынға ҡаршы режимды боҙоу тураһында 30 протокол төҙөгән, әле ғәйеплеләрҙе асыҡлау һәм язаға тарттырыу буйынса эш алып барыла. Марат Латипов муниципалитеттар башлыҡтарын үҙҙәренең вәкәләттәре сиктәрендә иҫкәртеү эшенә ҡушылырға саҡырҙы. Ул юлдар тирәләй янғынға ҡаршы һаҡлау һыҙаттары булдырырға, урман янғындарын күҙәтеү һәм уларҙы беренсе этапта һүндереү буйынса патруль төркөмдәр ойошторорға тәҡдим итте. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, республикала янғындарға сығыу өсөн 100 кешенән торған мобиль төркөм эшләй.
Республика Башлығы Радий Хәбиров янғынға бәйле хәлдәр тураһында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт таратырға ҡушты һәм урындарҙа иҫкәртеү эше алып барыу кәрәклеген билдәләне. Ул “Башавтотранс” предприятиеһына янғынға ҡаршы көрәшеүселәрҙе урындарға алып барыу өсөн автобус бүлергә ҡушты.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов кәңәшмәлә республикала янғын хәүефе тыуҙырған миҙгелдең башланыуы хаҡында белдерҙе. Ул ҡоро үләнде күҙәтеүһеҙ яндырыуҙың ҡурҡыныс булыуы хаҡында белдерҙе. “Былтыр тәүге урман янғынын майҙа теркәнек, ә быйыл 15 апрелдә үк”, – тине ул.
Радий Хәбиров министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренә күҙәтеү эшен көсәйтергә саҡырҙы, муниципалитеттар башлыҡтарына янғынға ҡаршы саралар сигендә ҡыштан ҡалған сүп-сарҙы тиҙерәк таҙартырға ҡушты. “Был хәүефле осор ныҡлы иғтибар һәм яуаплылыҡ талап итә”, – тине ул.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас