18 апрелдә Башҡортостан биләмәһендә ташҡынға бәйле хәл буйынса онлайн-брифинг үткәрелде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисовтың белдереүенсә, республиканың 6 муниципаль берәмегендәге (Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Шишмә, Белорет, Иглин райондары, Өфө ҡалаһы) 14 хәл контролдә ҡала. 18 апрелгә ҡарата автомобиль юлдарындағы 11 участканы, йорт эргәһендәге 95 биләмәне, 26 баҡса йортон һыу баҫҡан. Һыу баҫҡан участкаларҙа 31 кеше, шул иҫәптән бер бала йәшәй.
– Гидрологик хәл һәр ваҡыт һауа торошона бәйле. Республикала һауа торошо ҡоро, температура әкренләп түбәнәйә. Иң һалҡын көндәр – дүшәмбе һәм шишәмбе. Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстарында ҡар бар әле. Шаршамбы һауа температураһы күтәреләсәк, ҡар иреү етеҙләшәсәк, - тине Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы гидрометеоүҙәге етәксеһе Анна Казак.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов 18 апрелдә Салауат, Ишембай һәм Өфө ҡалалары эргәһендә Ағиҙелдең “йәнләнеүе” хаҡында белдерҙе. Мәҫәлән, Өфөләге Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле 6 метрҙан ашҡан. Был иһә Романовка һәм Козарез ауылдары араһындағы юлдарҙы һыу баҫыуына килтергән.
Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Базғутдиновтың әйтеүенсә, “Оҙон” баҡсасылыҡ ширҡәтендә һыу кимәле 40 сантиметрға артҡан. Ә ундағы үҙ йорттарында ҡалған 10 кеше йәшәй. Бында электр уты бар. 17 апрелдә оло кешегә ярҙам кәрәк булған. “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәре менән берлектә ярҙам күрһәтелә. “Был биләмәләрҙе йыл һайын һыу баҫа. Шуға кешеләр ҙә, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре лә бындай хәлдәргә алдан әҙер”, - тип белдерҙе Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов. Ул шулай уҡ 112 системаһына һыу баҫыу буйынса өс мөрәжәғәттең булыуы хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, Павловка һыуһаҡлағысында һыу кимәле – 55, Йомағужа һыуһаҡлағысында – 160, Нөгөш һыуһаҡлағысында 125 сантиметрға артҡан.
“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге кураторы Андрей Окороковтың белдереүенсә, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыла. Барлығы 62 ошондай йыйылма әҙер. Был эш дауам итә. “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәгенә 8-(800)-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.