14 апрелдә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына Балтас районының Түбәнге Һикеяҙ ауылында йәшәгән 24 йәшлек егеттең юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. Ул 13 апрель көнө тракторына ултырып сығып киткән ерҙән ғәйеп була.
Егетте эҙләү барышында трактор тәгәрмәсе эҙен юллап йылғаға килеп сығалар. Һөҙөмтәлә транспорттың дүрт метр тәрәнлектә булыуы асыҡлана. Был көндө һыу бик ныҡ күтәрелгәнлектән, водолаздар эшләй алмай.
16 апрелдә тракторҙы һыуҙан сығаралар, әммә водитель уның эсендә булмай. Егетте эҙләү әле дауам итә.
Ташҡын мәлендә йылға-күлдәр эргәһенә техника менән дә, йәйәү ҙә яҡын килеү бик хәүефле. Һаҡ булығыҙ!