Республиканың урман фонды ерҙәрендә 15 апрелдән 19 апрелгә тиклем туғыҙ урман янғыны теркәлгән: дүртәүһе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан, биш осраҡта башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән күскән. Һөҙөмтәлә 15,9 гектар майҙан зыян күргән.
Үткән тәүлектә дүрт янғын теркәлгән һәм уларҙа 7,9 гектар майҙан тәләфләнгән. Шул иҫәптән Учалы урмансылығында өс янғын булған: Илсеғол участка урмансылығында – 2,4 гектар һәм 1,2 гектар, Өргөн участка урмансылығында өс гектар майҙан янған. Дүртенсе осраҡ - Күгәрсен урмансылығының бер участкаһында 1,3 гектар урман фонды ере зыян күргән.
Ауыр һауа-климат шарттары булыуға ҡарамаҫтан, ел секундына 14 метр тиҙлектә иҫһә лә, тораҡ пункттарға хәүеф тыуҙырыуға юл ҡуйылмаған. Урман янғындарын һүндереүгә 53 кеше һәм 27 берәмек техника йәлеп ителгән. Урмандарҙы авиация патруле ҡарап сыҡҡан, һөҙөмтәлә 0,9 гектар майҙанды биләгән бер урман янғыны осрағын асыҡлағандар. Бөтә дүрт осраҡ буйынса ла утты һүндереүгә өлгәшкәндәр.
Уҙған тәүлектә урмансылыҡтар һәм Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте тарафынан 258 гектар майҙанда 17 янғын нөктәһе асыҡланған.
Бөгөнгө ҡарата Башҡортостанда өсөнсө класлы янғын хәүефе тора. Шуға ла Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ут менән һаҡһыҙ эш итеү өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, штраф күләме лә ҙур.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.