Хәүефһеҙлек
19 Апрель 2021, 11:45

Һигеҙ иргә ярҙам талап ителгән...

Ҡариҙел йылғаһының ташыуы һөҙөмтәһендә һыу баҡсаларға килеп еткән

Иглин районында 18 апрель төнөндә ике автомобиль хужалары бәләгә тарый яҙған. “Журавушка” баҡса ширҡәте биләмәһенә көтмәгәндә ташҡын бәреп ингән. ГАЗ-66 һәм Chevrolet Niva автомобилдәренең һыуҙан сығыр әмәле булмаған.
Һигеҙ ирҙән торған компания һыу ҡамауында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ҡариҙел йылғаһының ташыуы һөҙөмтәһендә һыу баҡсаларға килеп еткән, ирҙәрҙең ҡамауҙан үҙ аллы сығыу мөмкинлеге булмаған. Ярҙамға ведомствоның ҡотҡарыусылары оператив рәүештә килеп еткән. Улар автомобилдәрҙе һәм ирҙәрҙе ҡоро ергә сығарырға ярҙам иткән.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас