Башҡортостан биләмәһендә ташҡынға бәйле хәл-торош буйынса уҙған бөгөнгө онлайн-брифингта хәбәр итеүҙәренсә, 19 апрелдә иртәнге сәғәт 8-гә ҡарай биш муниципалитетта 15 хәл күҙәтеү аҫтында ҡала. Һөҙөмтәлә 481 ихатаны, баҡсаларҙа 464 участканы, 28 баҡса йортон һыу баҫҡан. Бер тәүлектә Козарез районында 102 баҡса йорто һыуҙа ҡалған, “был көтөлгән хәл” тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының беренсе урынбаҫары Эдуард Идрисов.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, был аҙнала Өфөлә ташҡындың юғары нөктәһе көтөлә.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, ташҡын экологияға ыңғай йоғонто яһай.
“Беҙ бөтә йылғаларҙың үҙәнен таҙарта алмайбыҙ. Яҙғы ташҡын беҙҙең өсөн – йылға төбөн таҙартыу. Ташҡын биосфераға ла йоғоното яһай, сөнки йылға таша һәм тәбиғәткә кәрәкле ыуылдырыҡ сәсеү һәм башҡа күренештәр башлана. Ташҡын әкрен генә беҙҙең экологияға файҙа килтерә”, – тип билдәләне Илдар Ғарифуллин.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса республика идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белдереүенсә, дала йылғалары тынысланһа, тау йылғаларында һыу артыуы дауам итә. Ҡариҙел йылғаһының үрендә һыу 10 сантиметрға тиклем күтәрелгән. Ағиҙел йылғаһы кимәле 629 сантиметр тәшкил итә. Һыуһаҡлағыстарҙағы эште көйләү буйынса ведомство-ара комиссия ҡарары буйынса Павловка һыуһаҡлағысында һыуҙы асыу дауам итә. Уның тулҡыны бер-ике көндә Өфөгә килеп етә, шуға ла алдағы көндәрҙә Ағиҙел йылғаһында һыу ҡалҡасаҡ. Уның иң юғары нөктәһе 650–680 сантиметрға етер тип көтөлә. “Көн һайын яҡынса 10-15 сантиметрға һыу ҡалҡа бара. Ошо тенденция әле үҙгәрешһеҙ һаҡлана”, – ти Вилора Горохольская.
Йәғни, Өфөлә ҙур һыу 21 апрелдә көтөлә. Шуны ла әйтергә кәрәк, аҙна аҙағында ямғырҙар буласаҡ, тимәк, яңынан һыу ташыу хәүефе тыуа.
Брифингты Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы.