Хәүефһеҙлек
19 Апрель 2021, 16:00

Учалыла - тағы фажиғә

Ул һыуҙан үҙаллы сығырға маташа, боҙға ла йәбешеп ҡарай, ярҙамға саҡырып ҡысҡыра, әммә...

Ошо көндәрҙә Учалы районындағы Илтабан һыуһаҡлағысында ғәҙәттән тыш хәл теркәлде.
Иртән һыу ятҡылығына балыҡҡа килгән 74 йәшлек ир боҙло һыу аҫтына китеп һәләк була. Аҡҡужа ауылы кешеһе һыуҙан үҙаллы сығырға маташа, боҙға ла йәбешеп ҡарай, ярҙамға саҡырып ҡысҡыра. Үкенескә күрә, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, ирҙең кәүҙәһен көслө ташҡын алып китә.
Яҙғы боҙға ышанырға ярамағанлығы тураһында даими иҫкәртелә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын кешеләр һәләк була. Улар араһында балыҡсылар, балалар күберәк теркәлә. Ә бит ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп тә, был афәттән ҡотолоп була.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы граждандарҙы йылға-күлдәрҙә булғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра:
- һыу ятҡылығындағы рөхсәт ителмәгән урындарҙан үтмәгеҙ;
- йылға-күлдәрҙең йоҡа боҙло өлөштәрен урап уҙағыҙ;
- ҡараңғы төшкән мәлдә һәм томан, ҡар, ямғыр яуған ваҡытта боҙ менән ҡапланған йылға-күлгә яҡын бармағыҙ;
- боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ;
- әгәр ҙә боҙ менән ҡапланған күл йәки йылға буйлап үтмәйенсә булмай икән, һис юғында, кешеләр һалған һуҡмаҡ буйлап атлағыҙ;
- айырым боҙ киҫәгендә төркөмләп йөрөү кәңәш ителмәй.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: riavrn.ru
Читайте нас