Хәүефһеҙлек
19 Апрель 2021, 09:00

Яҙғы боҙға ышанмағыҙ!

Һәр йыл һайын яҙғы боҙ арҡаһында кешеләр һәләк була...

Белоретта ҡала быуаһындағы боҙҙан ҡотҡарыусылар үҫмерҙе эвакуациялаған.
Быуа боҙонда өс бала уйнаған була. Хәүефле урынға ҡотҡарыусылар йүнәлә һәм 2008 йылғы малайҙы тап итәләр.
Үҫмерҙе ярға тиклем эвакуациялап, автобус туҡталышына тиклем оҙаталар. Шулай уҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫенә төшөрәләр.
Һәр йыл һайын яҙғы боҙ арҡаһында күп кешеләр һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһында ғәҙәттә балалар һәм балыҡсылар күберәк була. Ә бит ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп тә, был афәттән ҡотолоп була.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы граждандарға йылға-күлдәрҙә булғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра:
-һыу ятҡылығындағы рөхсәт ителмәгән урындарҙан үтмәгеҙ;
-йылға-күлдәрҙең йоҡа боҙло өлөштәрен урап үтегеҙ;
-ҡараңғы төшкән мәлдә һәм томан, ҡар, ямғыр яуған ваҡытта боҙ менән ҡапланған йылға-күлгә яҡын бармағыҙ;
-боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ;
-әгәр ҙә боҙ менән ҡапланған күл йәки йылға буйлап үтмәйенсә булмай икән, һис юғында кешеләр һалған һуҡмаҡ буйлап атлағыҙ;
-айырым боҙ киҫәгендә төркөмләп йөрөү кәңәш ителмәй.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы боҙ менән ҡапланған йылға-күлдәргә яңғыҙын ебәрмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан.
Читайте нас