Киң матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Учалы районында берәҙәк эттәрҙән һәләк булған дүрт йәшлек малайҙы бөгөн ерләйҙәр. Был ҡот осҡос хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылғайны. Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин эште шәхси контроленә алды.
Һәм бына бөгөн асыҡланыуынса, был эш буйынса Учалы районы Сәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Байбурин ҡулға алынған. Ул кеше үлеменә килтергән эшкә һалҡын ҡарау статьяһы буйынса ғәйепләнә. Тәфтишселәр фекеренсә, тап уның бер нимә лә эшләмәүе сәбәпле дүрт йәшлек бала һәләк булған.
Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығына кешеләр күп тапҡыр мөрәжәғәт итеп, берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итеүҙе һораған. Тик ул битарафлыҡ күрһәткән.
“Ул мөрәжәғәттәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырған һәм законда билдәләнгән тәртип буйынса йәнлектәрҙе тотоу өсөн Учалы районы хакимиәте килешеү төҙөгән махсус ойошмаға ғариза бирмәгән. Шулай уҡ район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итмәгән”, – тиҙәр ведомствола.
Әле Илдар Байбурин ҡулға алынған, тәфтишселәр уны һаҡ аҫтына алыуҙы һорай.