Бөгөн 11.18 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Яңауыл районының Үрге Барабановка ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр.
Ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәре килгәндә, йортто, мунсаны, һарайҙарҙы янғын ялмап алған була. Утты һүндереүгә 18 кеше, ете берәмек техника йәлеп ителә. Һөҙөмтәлә 1-се ярты тирәһендә янғын туҡтатыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт эсендә 60 йәшлек ирҙең һәм 86 йәшлек ҡатындың мәйете табыла. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Республикала көн һайын янғын осраҡтары теркәлеп тора. Күптәрендә кешеләр һәләк була. Ведомство йәнә иҫкәртә: ут менән һаҡ булығыҙ, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Баҡсала, ихата тирәһендә, урамда ҡоро үлән яғыу ҙа тыйыла. Һыуҙан ҡала, әммә уттан ҡалмай, ти халыҡ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, янғын хәүефһеҙлеге сараларын инҡар итмәгеҙ.