Хәүефһеҙлек
20 Апрель 2021, 08:00

Ямғыр килә, ташҡын көсәйәсәк...

Әлеге мәлгә Благовещен районының Уҡман һәм Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылдары эргәһендә Өфө йылғаһы кимәле күтәрелгән.

Сираттағы брифингта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, һуңғы тәүлектә “112” телефонына һыу баҫыу буйынса ике шылтыратыу булған.
Беренсе осраҡта Мишкә районында йәшәгән кешенең ҡоҙоғон һыу баҫыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Икенсе осраҡта Нуриман районында юлды һыу баҫыуы тураһындағы мәғлүмәт дөрөҫ булмай сыҡҡан. Әммә әлеге ваҡытта Өфө, Шишмә, Белорет, Иглин, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Бөрйән райондарында һәм Өфө ҡалаһында 19 осраҡ контролдә тотола.
Әле Благовещен районының Уҡман ауылы (+23 сантиметр) һәм Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылы (+21) эргәһендә Өфө йылғаһы кимәле күтәрелгән.
“Башгидрометүҙәк”тең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, алдағы өс-дүрт көндә яҙғы ташҡындың иң юғары нөктәһе күҙәтеләсәк. “Кесаҙнала, 22 апрелдә, республика биләмәһенә яуым-төшөм киләсәк. Тәүҙә ямғырҙар Башҡортостандың көнбайыш райондарында үтәсәк, йома һәм шәмбе көндәрендә, көньяҡ-көнсығыш райондарынан тыш, төбәктең башҡа биләмәләрендә”, – тине ул.
Фото: @mchsrb.
Читайте нас