Хәүефһеҙлек
21 Апрель 2021, 14:30

Урманға йөрөү сикләнә

Тыйыуҙарҙың етди сәбәбе бар. Талаптарҙы үтәмәгәндәргә административ штраф һалынасаҡ.

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһынының Техник урамындағы “Синтез Каучук” предприятиеһына ҡараған объектта янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре юғары 3-сө ранг янғыны буйынса ярҙамға сыға. Унда ҡулланылмаған градирня ҡоролмаһының таҡталары янған була. Ут сығыуҙың сәбәбе асыҡлана.
Ә йыл башынан төбәктә 2751 янғын теркәлгән, уларҙың 351 осрағы ҡоро үлән яныуға бәйле. Үткән бер тәүлектә генә республикала 122 янғын булған, уның 59 осрағында ут ҡоро үләндән сыҡҡан. Шулай уҡ 14 урман янғынында 21,31 гектар майҙан зыян күргән.
Әле республика урмандарында икенсе класлы янғын хәүефе булыуы хаҡында иҫкәртелә, Архангел, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында иһә хатта дүрт класлы янғын хәүефе янай.
Йыһандан күҙәтеү һөҙөмтәһендә бер тәүлектә ете ҡыҙыу нөктә теркәлгән, ә йыл башынан – 44. Уларҙың 27 осрағы раҫланған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелде, ул граждандарҙы урманға сығыуҙы сикләй, эше урман менән бәйле булғандарға ғына рөхсәт ителә. Усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү һәм янғын хәүефе тыуҙырған эштәр менән булышыу тыйыла. Был талаптарҙы күҙәтмәгәндәргә административ штраф һалынасаҡ.
Фото: @mchsrb.
Читайте нас