Һуңғы осорҙа республикала берәҙәк эттәр проблемаһы ныҡлы тикшерелә. Быға Учалы районындағы фажиғә сәбәпсе булды. Билдәле булыуынса, унда берәҙәк эттәр дүрт йәшлек малайҙы талап үлтергәйне.
Кисә был проблемаға арнап республиканың Йәмәғәт палатаһында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Сара һөҙөмтәһе буйынса резолюция ҡабул ителде. Уға ярашлы, Йәмәғәт палатаһында хужаһыҙ хайуандар проблемаһын хәл итеү өсөн эш төркөмө булдырыласаҡ. Мәктәптәрҙә биология уҡытыусылары был темаға арнап дәрестәр үткәрергә, муниципаль берекмәләрҙең йәмәғәт палаталары күҙәтеүһеҙ эттәр менән урындарҙа эштең нисек ойошторолоуын тикшерергә, Башҡортостан Башлығы һәм муниципалитеттар етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарырға, яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнеү өсөн күсмә ултырыш ойошторорға (Октябрьский ҡалаһына) һәм башҡа саралар бар.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов райондарҙа ла ошоноң кеүек "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәрергә ҡушты.
"Был хәлде контролдә тотоу, хакимиәт башлыҡтарының проблемаға аныҡ ҡарашын белеү өсөн кәрәк. Ошо саралар йомғаҡтары буйынса хәлде баһалай алыр инек. Шулай уҡ беҙ урындағы йәмәғәт палаталары ағзаларына эт тотҡандар менән һөйләшеүҙәр үткәрергә, яуаплылыҡ тураһында хәтерҙәренә төшөрөргә саҡырабыҙ", – тине ул.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Абрамова фекеренсә, бәйҙә булған эттәр ҙә ысҡынып ҡасып, кешегә ташланыуы бар. Шуға күрә был проблема уларға ла ҡағыла. Ирина Абрамова Хөкүмәт ҡарамағында күҙәтеүһеҙ эттәр менән эш итеү мәсьәләһе буйынса координация советы булдырырға тәҡдим итте.
“Акела” хәйриә фонды етәксеһе Алексей Хорошавцев балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, үҫмерҙәр клубтарында, урта һөнәри уҡыу йорттарында үткәреү өсөн лекциялар планын, ғәмәли дәрестәр өлгөләрен тәҡдим итте. Был башланғыс хупланды, ул Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ҡараласаҡ.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, юрист Булат Сафин белдереүенсә, хужалары булмаған хайуандарҙы тотоу, аҫрау өсөн яуаплылыҡты урындағы үҙидара органдары алып бара. Уларға был вәкәләттәр бирелгән, уны үтәү өсөн йыл һайын субвенциялар алалар. Муниципалитет хайуандарҙы тотоу, аҫрау өсөн яуап биргән махсус ойошма менән килешеү төҙөй, тик уларҙың контрактты теүәл үтәмәүе урындағы үҙидара органынан яуаплылыҡты алмай. Булат Сафин фекеренсә, был тармаҡта эш итеү тәртибе бик буталсыҡ. Граждандар ошо проблема буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәй.
"Түңәрәк өҫтәл"дә Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алмас Рәхмәтуллин сығыш яһаны һәм бөтә эттәрҙе лә мотлаҡ стерилләштерергә тәҡдим итте. Берәҙәк хайуандарға урын табырға ярҙам иткән ирекмән Евгений Матрос һүҙҙәре буйынса иһә, күп хужалар эттәрен стерилләштереүгә ҡырҡа ҡаршы.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар был проблеманы иҫкәртеү өсөн социаль реклама, эттәр өсөн приюттар, берәҙәк хайуандарҙы тотоу өсөн махсус хеҙмәттәрҙең телефон һандарын таратыу кәрәк тигән фекергә килде. Шулай уҡ, был проблеманы хәл итеүҙә шәхси-дәүләт партнерлығына ярҙам итеү, социаль эшҡыуарҙарға уларҙы тотоуҙа аҡса эшләү мөмкинлеге бирергә кәрәк, тиелде.