Хәүефһеҙлек
22 Апрель 2021, 18:15

Өфө эргәһендә нимә янған?

Усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү һ.б. тыйыла. Талаптарҙы үтәмәгәндәргә административ штраф һалынасаҡ.

Бөгөн Өфө ҡалаһының Максимовка биҫтәһендә янғын сыға. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр килгәндә, һыу алыу ҡоролмаһы эргәһендә ут ҡоторған була. Атап әйткәндә, тимер һыу торбаһының гидроизоляцияһы янып, ут үләнгә тоҡанған. Уны 17.24 сәғәткә тулыһынса һүндерәләр.
Янғын сәбәбен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүселәре асыҡлаясаҡ.
Дөйөм алғанда, уҙған тәүлектә республикала 113 янғын теркәлгән, уларҙың 51-е ҡоро үлән яныуға бәйле. Йыл башынан иһә 2864 осраҡ булған, шул иҫәптән 402-е - ҡоро үлән янғыны. 15 урман янғынында 22,51 гектар майҙан зыян күргән. Әле республика урмандарында икенсе, өсөнсө класлы янғын хәүефе булыуы хаҡында иҫкәртелә, Архангел, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында иһә хатта дүрт класлы янғын хәүефе янай.
Йыһандан күҙәтеү һөҙөмтәһендә бер тәүлектә ете ҡыҙыу нөктә теркәлгән, ә йыл башынан – 51. Уларҙың 30 осрағы раҫланған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелде, ул граждандарға урманға сығыуҙы сикләй, эше урман менән бәйле булғандарға ғына рөхсәт ителә. Усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү һәм янғын хәүефе тыуҙырған эштәр менән булышыу тыйыла. Талаптарҙы күҙәтмәгәндәргә административ штраф һалынасаҡ.
Фото: @mchsrb.
Читайте нас