Хәүефһеҙлек
22 Апрель 2021, 17:30

Иң өлгөлө тәжрибә - Октябрьский ҡалаһында

Был ҡалала берәҙәк эттәр проблемаһын хәл итеү өсөн ниҙәр эшләйҙәр? Йәмәғәт палатаһы ултырышында ошо хаҡта һөйләнеләр.

Белгестәр фекере буйынса, Октябрьский ҡалаһы - йортһоҙ эттәр менән эш итеүҙе ойошторорған иң яҡшы муниципалитет.
2020 йылда республикала 9381 кеше төрлө хайуандарҙан тешләнгән, йәрәхәт алған, һеләгәйен эләктергән (бында эттәр, һыйырҙар һәм башҡалар инә). Уларҙың 2000-дән ашыуы – 14 йәшкә тиклемге балалар. Йәнлектәрҙән зыян күргәндәр араһынан 12 кешелә ҡотороу сире асыҡланған, уларҙың өсәүһе эттән һәм икәүһе бүренән булған.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, тешләнгән кешеләрҙең 4,5 меңе генә медицина ойошмаларына барған, вакцинация үткән. Былар тураһында Йәмәғәт палатаһында берәҙәк эттәр проблемаһына арналған "түңәрәк өҫтәл"дә "Роспотребнадзор" идаралығының транспорт һәм биләмәне санитар һаҡлау күҙәтеүе бүлеге начальнигы Олег Мавлютов һөйләне.
"Шуны танырға мәжбүрбеҙ: халыҡ араһында ныҡлы санитар грамотаһыҙлыҡ күҙәтелә. Йәнлек-хайуандарҙан тешләнгәндән һуң дауалана башлаған һәр бишенсе кеше дауаланыуҙы аҙағына тиклем еткермәй”, - ти ул.
Был сарала палата ағзалары, Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, республиканың башҡарма һәм ҡануниәт власы вәкилдәре, махсус ойошмалар, ирекмәндәр, йәнлектәрҙе яҡлаусылар һәм башҡалар ҡатнашты.
Берәҙәк эттәр менән эш итеү йәһәтенән иң яҡшы өлгө Октябрьский ҡалаһында тип күрһәтелде. Бында йәнлектәрҙе тотоу менән шөғөлләнгән муниципаль бюджет учреждениеһы булдырылған. Шулай уҡ йәнлектәр өсөн муцниципаль приют бинаһы, ирекмәндәр приюты, хайуандарҙы ваҡытлыса тотоу пункттары бар. Бар ҡала халҡы эттәргә аҙыҡ алыу өсөн аҡса йыя. Урында зооһаҡсылар күп. Һәм был - Башҡортостанда эттәрҙе атыуға ҡаршы сыҡҡан берҙән-бер ҡала.
Октябрьский ҡалаһына барып, эштең нисек ойошторолоуон урында ҡарап өйрәнергә һәм башҡа муниципалитеттар менән тәжрибә уртаҡлашырға тәҡдим ителде.
“Муниципаль бюджет учреждениеһы булдырыу – проблеманы хәл итеүҙең иң ябай юлы. Бында ирекмәндәр һәм дәүләт, бизнес, әүҙемселәрҙең берҙәм эшләүе кәрәк”, - тине Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Абрамова.
"Бер уйлаһаң, беҙ бөтәбеҙ ҙә ауылдарҙа берәҙәк эттәрҙе ашатабыҙ. Әгәр быны ойошҡаныраҡ итеп эшләгәндә, Октябрьский ҡалаһы тәжрибәһен ҡабатларға була. Тик зооһаҡсылар менән муниципалитет вәкилдәренең һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге мөһим", - ти Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы тәжрибәһен иң уңышлыһы тип иҫәпләй.
Ни өсөн йәнлектәр агрессив һуң? Төп сәбәбе – аҙыҡ булмау.
“Әгәр эт ике-өс көн ашамаған икән, ул автоматик рәүештә агрессивҡа әйләнә”, - ти Ирина Абрамова. Шулай уҡ хайуанды тотоп бикләгәс тә уның уҫалланыуы бар. Шуға бында кинологтар менән дә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк.
Фото: prochad.ru
Читайте нас