21 апрелдә Өфөлә ирҙе тапатып ҡасҡан водителде табышыуҙа ярҙам һорай хоҡуҡ һаҡсылары. Был турала республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итә.
Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе урамында киске сәғәт 10-сыла билдәһеҙ автомобилсе юл ситенән барған 59 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Йәйәүле шул урында уҡ йән биргән, ә машина хужаһы авария урынынан ҡасҡан, тиелә мәғлүмәттә.
Хәҙер намыҫһыҙ водителде эҙләү ойошторолған. Фажиғәле аварияны күреүселәр булһа, яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.