Хәүефһеҙлек
22 Апрель 2021, 09:00

Ташҡындың икенсе этабы көтөлә

Һуңғы тәүлектә “112” телефонына яҙғы ташҡынға бәйле мөрәжәғәттәр булмаған.

Республикалағы ташҡынға һәм янғындарға бәйле хәл буйынса уҙғарылған сираттағы брифингта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, әле төбәккә килгән ямғырҙар йылғаларҙағы һыу кимәленә әллә ни йоғонто яһамаясаҡ.
– Алдағы көндәрҙә яуым-төшөм көтөлә, улар аҙна аҙағына тиклем барасаҡ. Был ямғырҙар ташҡын хәленә бигүк йоғонто яһамаясаҡ. Тау йылғаларында һыу бер аҙ күтәреләсәк, Ағиҙелдә бөгөнгө кимәлдә һаҡланасаҡ. Әле унда һыу кимәле 630 сантиметр тәшкил итә, йәғни 11 сантиметрға төштө. Дим һәм Өфө йылғаларының алты сантиметрға ҡалҡыуы күҙәтелә. Әле Өфө – 687, Дим йылғаһы 455 сантиметр тәшкил итә. Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһының иң юғары нөктәһе 641 сантиметр булған. Павловка һыуһаҡлағысында һыуҙы ебәреү артһа ла, Ағиҙелдә һыу әллә ни ҡалҡмаясаҡ, – тине Фәрит Ғүмәров.
Һуңғы тәүлектә “112” телефонына яҙғы ташҡынға бәйле мөрәжәғәттәр булмаған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев хәбәр итеүенсә, республикала ташҡынға бәйле хәл тотороҡланған. Ҡотҡарыусылар һыу баҫыуға бәйле эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса ярҙам да (сүп-сарҙы сығарыу, һыуҙы һурҙырыу кеүек эштәрҙә) күрһәтә. Бының өсөн 8 (347) 233-99-99 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Әммә тынысланырға иртә, сөнки республикала ташҡындың беренсе юғары нөктәһен үтте, хәҙер икенсеһе фаразлана. Ул 28 апрелдән 1 майға тиклем булыр тип көтөлә.
Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейнын Павловка, Нөгөш, Йомағужа һыу һаҡлағыстары көйләй.
Һауа торошона килгәндә, шәмбе, 24 апрелгә ҡараған төндә, шулай уҡ йәкшәмбегә ҡарай төндә ҡайһы бер райондарҙа ҡар көтөлә, ә республиканың көнсығышында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ла ихтимал.
Фото: @mchsrb
Читайте нас