Өфөлә ошо көндәрҙә аяныслы енәйәт теркәлгән: 70 йәшлек ир йәш ҡатынын үлтереү өсөн һөжүм итеүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта республика буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә.
Хәл 19 апрелдә Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы урамында булған. 70 йәшлек ир, уның 46 йәшлек ҡатыны уртаҡ танышы менән кәйеф-сафа ҡорған. Эсә торғас, ҡунаҡ йоҡлап киткән, ә хужа байрамды артабан дауам итергә ниәтләгән. Ҡатынға был оҡшамаған, икәү араһында бәхәс ҡупҡан. Ене ҡуҙғалған ир ҡатынына бысаҡ менән ташланған.
Яралы ханым иҙәнгә ауғас, пенсионер бер ҙә бошонмаған: йоҡларға ятҡан. Ә ҡанға туҙған ҡатынды күршеһе күреп ҡалған, тап ул полиция һәм “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан.
Ҡатын реанимацияла, хәле ауыр. Оло йәштәге ир иһә енәйәтен танмаған, тәфсирләп һөйләп биргән. Әйткәндәй, ул әҙәм бығаса кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян килтергән өсөн хөкөмгә тарттырылған булған.
Һис кенә лә аҡылға ултырмаған ҡарт енәйәтсе ҡулға алынған, ул тағы ла закон алдында яуап бирәсәк.
Фото: Республика буйынса Тәфтиш комитеты.