Сираттағы брифингта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, әлеге мәлдә дүрт районда һыу баҫыуға бәйле 19 хәл контролдә тотола.
– Йылғаларҙың күтәрелеүе һөҙөмтәһендә 939 ихатаны һәм баҡсаны һыу баҫты. Һуңғы тәүлектә 395 ер биләмәһе участкаһы һыу аҫтында ҡалды. Улар Шишмә районындағы баҡса ширҡәттәре, – тине ул.
Әле 83 ихата, бер торлаҡ йорт һәм 138 баҡса йорто һәм 14 юл участкаһы һыу эсендә. Ваҡытлыса урынлашыу пунктында ике кеше тора. Ведомство белдереүенсә, Шишмә районында алты баҡса биләмәһен – “Күлле”, “Сәләмәтлек”, “Ләлә”, “Шоморт”, “Төҙөүсе”, “Ҡояшлы ялан” - һыу баҫҡан, унда 15 кеше йәшәй, автомобиль юлы аша һыу ағып ята.
“Башгидрометцентр”ҙың баш синоптигы Анна Козаева аңлатыуынса, яуым-төшөм йылғалар кимәленә йоғонто яһаясаҡ.
“Һис шикһеҙ, ямғырҙар йылға кимәлендә сағыласаҡ, сөнки Павловкаға килгән һыу күләме арта. Әлегә ул 800 кубометрға кәмеһә лә, иң юғары нөктәһе 2400 кубометрға етте. Тау йылғаларының 30-50 сантиметрға күтәрелеүе көтөлә. Йылғаларҙың бер метрға кәмеүенән сығып, ташҡындың икенсе тулҡыны иң юғары нөктәгә етер, тип көтөлә”, – тине Анна Козаева.
Ағиҙел йылғаһының түбәнге өлөшөндә – Кушнаренко, Бөрө һәм Андреевка тирһәндә һыу ҡалҡыуы көтөлә.
"Республикала йәшәүселәрҙең кәйефе ҡырылыр, моғайын. Эш шунда: беҙ циклон йоғонтоһонда, шуға һауа торошо тотороҡһоҙ була. Алдағы ял көндәрендә ямғырлы һауа торошон көтәбеҙ, һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +9,+14 градус. Дүшәмбе-шишәмбе яуым-төшөм ихтималлығы ҙур түгел, ләкин урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһы +10,+15 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Шаршамбы-кесаҙна йәнә яуым-төшөм ихтималлығы арта", — тине Анна Козаева.