Республикала ташҡынға ҡаршы хәл буйынса бөгөнгө брифингта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, әлеге мәлдә Өфө ҡалаһында һәм өс районда һыу баҫыуға бәйле 21 хәл контролдә тотола.
Йылғаларҙың күтәрелеүе һөҙөмтәһендә 985 баҡса һыу эсендә, йәғни бер тәүлектә тағы ла 102 участка өҫтәлгән. Шулай уҡ 81 ихата һыуҙа ҡала, йәғни бер тәүлектә тағы ла икәүгә артҡан. Аныҡлап әйткәндә, Шишмә районындағы Яңы Михайловка ауылында ике ихатаға һәм “Сәхрә”, “Сәләмәтлек” баҡса ширҡәттәренә һыу ингән. Тағы ла Белорет, Дәүләкән райондарында һыу баҫҡан урындар контролдә тотола. Өфө ҡалаһында Дим, Киров, Ленин һәм Калинин райондары биләмәләре һыу аҫтында ҡала. Ҡотҡарыусылар даими иҫкәртеү саралары алып бара. Ике кеше ваҡытлыса йәшәү урынында ҡала.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса республика идаралығы начальнигы Вилора Горохольская алдағы көндәрҙә лә тотороҡһоҙ һауа торошо, ямғырҙар дауам итәсәген белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, Дим йылғаһы ике көндә 95 сантиметрға күтәрелгән. Шул уҡ ваҡытта Павловка һыу һаҡлағысынан һыу асыуҙы кәметкәндәр. Белгестәр белдереүенсә, ямғырҙар дауам иткәндә, тау йылғаларында һыу ташыуы ихтимал.