Был ял көндәрендә лә Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй.
"Ғәҙәтәгесә, ял көндәре алдынан уҡ Башҡортостан автоинспекцияһы федераль һәм республика юлдарында эшен әүҙемләштерә. Был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылары араһында тәртипте нығытыуға йүнәлтелгән. Ошондай сараларҙы үткәреү кәрәклеген аңлап ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ!" – тип социаль селтәр аша мөрәжәғәт итте ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов.
Мәғлүм булыуынса, кисә бер тәүлектә туғыҙ авария теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм һигеҙ кеше тән йәрәхәттәре алған. Уйға һалырлыҡ һандар...
Юлығыҙ имен булһын, матур ялдар теләйбеҙ.
Фото: Өфө ЮХХДИ бүлегенең "Бәйләнештә"ге төркөмө.